Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.42

EUR 61.86

27 март, Дүшәмбе

Уфа   °

Башҡортостанда йәш журналистарҙың онлайн-форумы булдырыласаҡ

Йәмғиәт

Башҡортостандың йәш журналистарына үҙ-ара әүҙемерәк аралашырға кәрәк. Интернет аша тәҡдимдәр, мәсьәләләр, ҡаҙаныштар менән бүлешеү, тәжрибә уртаҡлашыу, әлбиттә, уңайлыраҡ. Интернет селтәрендә журналистар форумын булдырыу идеяһын бөгөн Йәш журналистарҙың республика форумында ҡатнашыусыларҙы сәләмләп, Башҡортостандың элемтә һәм киң коммуникациялар министры Борис Мелкоедов әйтеп ишеттерҙе.

Бөгөн Өфөлә асылған хәбәрселәр слеты һигеҙенсе тапҡыр үткәрелә. Ике көнлөк форумға республиканың төрлө ҡала һәм райондарынан утыҙлаған киң мәғлүмәт саралары исеменән 50-нән ашыу йәш журналист килгән. Көндөң тәүге яртыһында улар Башҡортостандың Элемтә һәм киң коммуникациялар министрлығы, Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы етәкселеге һәм белгестәре, алдынғы киң мәғлүмәт саралары мөхәррирҙәре һәм хәбәрселәре менән осрашты. Шулай уҡ бөгөнгө программала  Матбуғат йортона экскурсия ла ҡаралған. Кискеһен инде ҡатнашыусыларҙы художестволы үҙешмәкәрлек конкурсы көтә.

Конкурстың беренсе көнөнән алған тәьҫораттары менән йәш журналистар «Хәйерле иртә, йәштәр!» конкурсы сиктәрендә бүлешә ала. Мәҡәләләр иртәгә иртәнсәк үк әҙер булырға тейеш. Шулай уҡ 17 сентябрҙә «Йәш булыуы еңелме» һәм «Ҡәләм осонда» конкурстарына ла йомғаҡ яһаласаҡ.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть