Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.02 ↓

EUR 61.96 ↓

28 март, Шишәмбе

Уфа   °

Рөстәм Хәмитов Сочиҙа «НефАЗ» автобустары күргәҙмәһендә булды

Сәйәсәт

Башҡортостан Республикаһы Президенты Рөстәм Хәмитов «Сочи–2011» X Халыҡ-ара инвестиция форумы сиктәрендә Сочиҙа «НефАЗ» автобустары күргәҙмәһендә булды.

Күргәҙмәлә туристик «НефАЗ»-52999, ҡала-ара «НефАЗ»-5299, ҡала «НефАЗ»-52995, «НефАЗ»-52998, «НефАЗ»-5299-30-31 маркалы биш автобус тәҡдим ителгән. Улар барыһы ла Нефтекаманан Сочиға тиклем 7,5 мең километрлыҡ ара үткән.

Рөстәм Хәмитов туристик автобус салонын ҡараны. Башҡортостан Президентына хәбәр итеүҙәренсә, был автобус Ингушетияла ҡыҙыҡһыныу уятҡан, әле уларҙы төбәккә ебәреү хаҡында һөйләшеүҙәр алып барыла.

Рөстәм Хәмитов бының ғына әҙ булыуын белдерҙе. Уның һүҙҙәре буйынса, Башҡортостан автобустары Мәскәү кеүек үҫешкән төбәктәрҙә лә ҡыҙыҡһыныу уятырға тейеш.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть