Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.57 ↑

EUR 67.93 ↓

20 октябрь, Йома

Уфа   °

Рус драма театры Екатеринбургта гастролдәрен башлай

Йәмғиәт

Башҡортостандың дәүләт академия рус драма театры Екатеринбургта Свердловск дәүләт академия драма музыкаль комедия театры сәхнәһендә үҙенең ике аҙналыҡ гастролдәрен башлай. Был гастролдәр менән театр юбилейлы 150-се миҙгеленә аяҡ баҫа.

«Башинформ» агентлығына Башҡортостандың дәүләт академия рус драма театрының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, гастролдәрҙе 16 сентябрҙә «Зәңгәр камея» (Голубая камея) мюзиклы асасаҡ. Бынан тыш Өфө артистары Екатеринбург халҡын йәнә биш спектакль һәм бер балалар әкиәте менән ҡыуандырасаҡ.

Свердловск музыкаль комедия театры менән Башҡортостандың Рус драма театры араһындағы дуҫлыҡ тиҫтә йылдан ашыу дауам итә.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть