3 декабрь, Шәмбе

16 сентябрь 2011 йыл, 13:08

Башҡортостан юлдаш телевидениеһының бер юлы дүрт хеҙмәткәре юғары исемдәргә лайыҡ булды

автор: Сергей Захаров

Республика Президенты Рөстәм Хәмитов «Башкортостан» телерадиокомпанияһы дәүләт унитар предприятиеһының дүрт хеҙмәткәренә почетлы исем биреү тураһындағы указға ҡул ҡуйҙы.

Башҡортостан юлдаш телевидениеһына 10 йыл тулыу алдынан мәғлүмәт тапшырыуҙары баш редакцияһының режиссер-монтажлаусыһы Гүзәл Әхмәҙиева, режиссер Булат Кәримов һәм телеоператор Рәмил Хәйруллин «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре» исеменә лайыҡ булды.

«Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған элемтәсеһе» исеме күсмә телевизион ҡоролмалар цехы начальнигы Фәнис Кәримовҡа бирелде.

«Башинформ» агентлығы коллективы хеҙмәттәштәрен лайыҡлы наградалар менән ҡотлай һәм артабан да ижади уңыштар теләй!