3 декабрь, Шәмбе

16 сентябрь 2011 йыл, 12:36

Нефтекамала дүрт балалар баҡсаһы төҙөләсәк

автор: Марина Шумилова

Бөгөн, 16 сентябрҙә, «Берҙәм Рәсәй» көндәре сиктәрендә Нефтекамала балалар баҡсаһына нигеҙ ташы һалынды. Балалар учреждениеһы ҡаланың яңы төҙөлә башлаған 3-сө биҫтәһендә күтәреләсәк. Норматив буйынса был баҡса бер йылда төҙөлөргә тейеш, әммә төҙөүселәр уны туғыҙ айҙа күтәрергә вәғәҙә итә.

«Берҙәм Рәсәй» партияһының төбәк сәйәси советы секретары, БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев, ата-әсәләргә мөрәжәғәт итеп, республикала сабыйҙарҙы балалар баҡсаһындағы урындар менән тәьмин итеү кеүек ҡатмарлы мәсьәләне хәл итеү өсөн күп нәмә эшләнеүен һыҙыҡ өҫтөнә алды. «Берҙәм Рәсәй» партияһы «Балалар баҡсаһы» проектын тормошҡа ашыра, уға ярашлы сабыйҙар өсөн бындай учреждениелар төҙөүгә республика ҡаҙнаһынан 1,5 миллиард һум аҡса бүленгән, киләсәктә – 3 миллиард, ә 2014 йылға тиклем дөйөм алғанда 9 миллиард һум сарыф ителәсәк.

Константин Толкачев әйтеүенсә, был проблемаға айырым иғтибар бирелә, сөнки 70 меңдән ашыу ата-әсә балалар баҡсаһына сиратта тора. Бер Нефтекамала ғына 4800 кеше балалар баҡсаһына юллама көтә.

Ҡала хакимиәте башлығы Владимир Громов әйтеүенсә, республика бюджетынан Нефтекамала дүрт балалар баҡсаһын төҙөүгә средстволар бүленә, шуларҙың икәүһе – быйыл, ҡалған икәүһе киләһе йылда төҙөлә башлаясаҡ. Яңы балалар баҡсалары ҡалалағы был киҫкен проблеманы яртылаш хәл итергә мөмкинлек бирәсәк.