8 декабрь, Кесе йома

16 сентябрь 2011 йыл, 12:21

Өфөлә Башҡортостан телдәре һәм халыҡтары тураһында йыйынтыҡ донъя күрҙе

автор: Тимур Рәхмәтуллин

Башҡортостан Республикаһы йәмәғәт берекмәләренең Үҙәк архивы хеҙмәткәрҙәре «Башҡортостан республикаһы телдәре һәм халыҡтары. Дәүләт телдәр: тарихы һәм бөгөнгөһө» («Языки и народы республики Башкортостан. Государственные языки: история и современность») йыйынтығын сығарҙы. Китап Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәрен һаҡлау, өйрәнеү һәм үҫтереү дәүләт программаһына ярашлы баҫтырылды. Тиражы – 1000 дана.

Архивтан хәбәр итеүҙәренсә, был инде өсөнсө йыйынтыҡ. 2007 һәм 2008 йылда донъя күргән тәүге икәүһе совет осороноң тәүге ун йыллыҡтарында БАССР-ҙың дәүләт идаралығында һәм халыҡ хужалығында, шулай уҡ яҙма әҙәбиәттә һәм халыҡ мәғарифында дәүләт телдәрен ҡулланыуға арналған.

Авторҙар коллективы китап тарихсыларҙа, тел белгестәрендә, уҡытыусыларҙа, студенттарҙа һәм Башҡортостан тарихына битараф булмаған барлыҡ кешеләрҙә лә ҙур ҡыҙыҡһыныу уятыр, тигән фекерҙә.