4 декабрь, Йәкшәмбе

16 сентябрь 2011 йыл, 11:55

Нефтекамала туҙған шиндарҙы эшкәртеү заводы сафҡа индерелде

автор: Марина Шумилова

«Берҙәм Рәсәй» көндәре сиктәрендә Нефтекамала туҙған автомобиль шиндарын эшкәртеү заводын — «Триумф» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтен сафҡа индереү тантанаһы үтте. Резинотехник изделиеларҙың ҡалдыҡтарын резина онтағына һәм башҡа зыянлы булмаған изделиеларға йөҙ процент кимәлендә ҡайтанан эшкәртеү технологияһы буйынса эшләгән был завод Башҡортостанда – беренсе, Рәсәйҙәге дүртенсе предприятие буласаҡ (ошондай уҡ предприятиелар Пермдә, Чайковский ҡалаһында һәм Новосибирск өлкәһендә эшләй).

Яңы производствоға һалынған инвестициялар күләме 100 миллион һумдан ашҡан. Завод йылына алты мең тонна сеймал эшкәртеүгә иҫәпләнгән (тәүлегенә егерме тонна самаһы туҙған шин талап ителә). Әҙер продукция — резина онтағы, металлокорд, текстилькорд – халыҡ хужалығында киң ҡулланылыш табасаҡ. Резина онтағын файҙаланыу срогын арттырыу маҡсатында асфальтҡа ҡушырға ла, тултырыу материалы сифатында быраулау эштәрендә ҡулланырға ла мөмкин.

  Яңы предприятиены сафҡа индереү ҡалаға 70 яңы эш урыны бирәсәк.