11 декабрь, Йәкшәмбе

16 сентябрь 2011 йыл, 11:23

Өфөлә Башҡортостандың йәш журналистары фестивале асылды

автор: Әлфиә Шәрәфетдинова

Бөгөн Өфөлә Башҡортостандың йәш журналистары фестивале асылды. Ике көнлөк сараға бөтә республиканан 50-нән ашыу хәбәрсе йыйылды. Улар утыҙлаған төбәк киң мәғлүмәт саралары исеменән сығыш яһай.

— Фестиваль сиктәрендә Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге һәйкәлгә сәскәләр һалыу тантанаһы буласаҡ, унан һуң Матбуғат йортона сәйәхәт ойоштороласаҡ, — тип һөйләне «Башинформ» агентлығына Башҡортостан Журналистар союзының яуаплы секретары Марат Саттаров.

Форум барышында йәш журналистар республиканың Элемтә һәм киң коммуникациялар министрлығы, Башҡортостандың Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы, Журналистар союзы етәкселеге, төбәктең алдынғы киң мәғлүмәт саралары мөхәррирҙәре менән осрашасаҡ.

Фестиваль программаһында – ике һөнәри конкурс: «Йәш булыуы еңелме» (йәштәр мәсьәләләрен иң яҡшы яҡтыртыуға) һәм «Ҡәләм осонда» (көн ҡаҙағына һуҡҡан иң яҡшы мәҡәләгә). Шулай уҡ художестволы үҙешмәкәрлек конкурсы ла үтәсәк.

Әлеге фестиваль һигеҙенсе тапҡыр уҙғарыла. Йыл һайын үткәрелеүсе форумда 35 йәшкә тиклемге һәр журналист ҡатнаша ала.