6 декабрь, Шишәмбе

16 сентябрь 2011 йыл, 11:02

Сочилағы иҡтисади форумда Башҡортостанда эшләнгән вертолеттың презентацияһы үтте

автор: Евгений Рәхимҡолов

Сочи ҡалаһының Ҡышҡы театрында үткән «Сочи-2011» X халыҡ-ара инвестицион форумына арналған күргәҙмәлә Башҡортостандан ике урынлыҡ R-30 «Роторфлай» вертолеты күрһәтелде, уны Күмертауҙағы «Ротор» тәжрибә-конструкторлыҡ бюроһы эшләп сығарған.

Ике винтлы вертолеттың был бөтөнләй яңы конструкцияһы. Вертолет өҫтөндә «Ротор» 2001 йылда «Күмертау авиация производство предприятиеһы» менән берлектә эшләй башлаған. 2005 йылда вертолеттың тәүге экземпляры эшләп сығарылған һәм уңышлы һынау үткән.

R-30-ҙың осош массаһы ни бары 490 килограмм. Вертолет тиҙлеген сәғәтенә 160 километрға тиклем еткерә һәм өҫтәмә заправкаһыҙ 400 километр үтә ала. Машина 4500 метр бейеклеккә күтәрелә һәм сағыштырмаса аҙ яғыулыҡ сарыф итеүе менән айырыла – сәғәтенә 15 литр. Патруллек иткәндә, шулай уҡ ауыл хужалығы эштәрендә бындай вертолет менән башҡалар ярыша алмаясаҡ, тип күҙаллана. Вертолетта парашютлы ҡотҡарыу системаһы ҡуйылған. Йәнә пилот менән идара ителгән вертолетҡа махсус автопилот ҡуйыу ҙа планлаштырыла.

Башҡортостандың күргәҙмә экспозицияһында республиканың үтә еңел авиация өлкәһендәге башҡа төрлө ҡаҙаныштары ла күрһәтелде. Былар ҙа «Ротор»ҙың эшләнмәләре: «Роторфлай-2» вертолеты һәм ике урынлыҡ R-20 «Ҡошсоҡ-2» («Птенец-2») самолеты. Ошонда уҡ «Күмертау авиация производство предприятиеһы» менән эшләп сығарылған тәүлек әйләнәһенә һәм төрлө һауа шарттарында оса алған күп маҡсатлы КА-226Т вертолетының стенды, шулай уҡ ICP итальян компанияһы менән Өфөнөң  «Кондор» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең берлектәге проекты — «Savano S» самолетының стенды урынлаштырылған. Был самолетты йыйыу буйынса производство базаһы Өфө районы биләмәһендә урынлашҡан.