6 декабрь, Шишәмбе

16 сентябрь 2011 йыл, 9:53

Башҡортостанда партия вәкилдәре «бысраҡ» сәйәси технологияларға юл ҡуймаҫҡа һөйләште

автор: Тимур Рәхмәтуллин

«Сәйәси реклама: ғәҙел диалогмы әллә ҡағиҙәләрһеҙ уйынмы?» — ошо исем аҫтында 15 сентябрҙә Башҡортостан Президенты ҡарамағындағы Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара академияһында түңәрәк өҫтәл уҙғарылды. Уны ойоштороусылар булып «Гражданлыҡ линияһы» төбәк йәмәғәт ойошмаһы, Башҡортостан Президенты ҡарамағындағы Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара академияһы һәм «Интеграция мәсьәләләре Европа-Азия академияһы» йәмәғәт ойошмаһы сығыш яһаны.

Сәйәси партияларҙың төбәк бүлексәләре, йәмәғәт берекмәләре, коммерцияға ҡараған ойошма вәкилдәре, сәйәси технологтар һәм киң коммуникациялар өлкәһендәге эксперттар әлеге сарала әүҙем ҡатнашты.

Медиа-эксперт һәм түңәрәк өҫтәл координаторы Дмитрий Трапезников билдәләүенсә, сәйәси реклама Дәүләт Думаһына һайлауҙар алдынан көнүҙәк һәм мөһим тема булып тора. Сәйәси рекламаны һәм агитацияны анализлау киләһене күрһәтте: бында йыш ҡына әхлаҡи яҡтан әҙәпһеҙ сәйәси пиар-технологиялар ҡулланыла. Аныҡ миҫалдарҙа беҙҙең илдә лә, сит илдәрҙә лә «бысраҡ» сәйәси технологияларҙы ҡулланыу алымдары тикшерелде.

— Негатив реклама, ҡара пиар ҡулланмайынса ла һайлауҙарҙа еңеп була, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Башҡортостан Президенты ҡарамағындағы Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара академияһы уҡытыусыһы, түңәрәк өҫтәл координаторы Елена Генерозова. — Әммә көрәш ғәҙел булһын өсөн бергәләп ҡағиҙәләр булдырыу һәм уларҙы үтәү зарур.  

Ҡыҙыу фекер алышыуҙан һуң, ултырышта ҡатнашыусылар партиялар һәм йәмәғәт ойошмалары тарафынан үтәлергә тейеш тәҡдимдәр булдырҙы. Барлыҡ ҡатнашыусылар ҙа халыҡты алдауға йүнәлтелгән технологияларҙы ҡулланмаҫҡа һөйләште.

Шулай уҡ түңәрәк өҫтәлдә ҡатнашыусылар закон сығарыусыларға «Сәйәси реклама тураһында»ғы закон булдырырға тәҡдим итте. Ул тыйылған партияларҙы, йәмғиәт өсөн хәүефле булған һәм уға зыян килтергән сәйәси акцияларҙы рекламалауға юл ҡуймаҫ ине.