Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.35 ↑

EUR 63.18 ↑

20 ғинуар, Йома

Уфа   °

Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһына Сингапурҙан делегация килде

Йәмғиәт

Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһы саҡырыуы буйынса көн элгәре Өфөгә ярҙамсыһы Эдисон Нго оҙатыуында Сингапурҙың Дәүләт хеҙмәте колледжы — «CSC International»  директоры Тина Тан ханым килде.  

Визиттарының маҡсаты – Башҡортостан Республикаһы Президенты ҡарамағындағы Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһы менән Интернешнл Дәүләт хеҙмәте колледжы (Сингапур) араһында мәғариф өлкәһендә хеҙмәттәшлек итеү тураһындағы протоколға ҡул ҡуйыу.

Халыҡ-ара хеҙмәттәшлек сиктәрендә студенттар, тыңлаусылар һәм уҡытыусылар менән алмашыуҙы ойоштороу күҙаллана, уның дауамында Сингапурҙың дәүләт реформалары һәм идараһы өлкәһендәге тәжрибәһе өйрәнеләсәк.

Ике яҡ та был протоколда телгән алынған мәғариф программаларын һәм хеҙмәттәшлектең башҡа формаларын тормошҡа ашырыу өсөн бар тырышлығын һалырға һөйләшеп килеште, тип хәбәр итә Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһының матбуғат хеҙмәте.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть