8 декабрь, Кесе йома

15 сентябрь 2011 йыл, 17:45

Башҡортостанда йәштәр сәйәсәте учреждениелары араһында 2011 йылдың иң яҡшы лагерҙары билдәләнәсәк

автор: Эльмира Сабирова

1 октябргә тиклем йәштәр сәйәсәте учреждениелары араһында йәйге профилле лагерҙар программалары республика конкурсында еңеүселәр билдәләнәсәк. Был «Башҡортостандың иң яҡшы лагеры» республика смотр-конкурсының һайлап алыу этабы булып тора. Был хаҡта «Башинформ» агентлығына төбәктең Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығынан хәбәр иттеләр.

Конкурс йәштәр сәйәсәте буйынса органдарҙың ял һәм һаулыҡ һаҡлау өлкәләрен үҫтереү буйынса эшмәкәрлектәрен камиллаштырыуға, инновацион программаларҙы һәм проекттарҙы асыҡлауға йүнәлтелгән.

Балалар, йәштәр ялын ойоштороу өлкәһендәге ғалимдар һәм белгестәр, шулай уҡ дәүләт власы органдары, балалар һәм йәштәр йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре эксперттар советы составына инә.

Республиканың йәштәр сәйәсәте буйынса ауыл һәм ҡала муниципаль учреждениелары араһында еңеүселәр ике номинацияла билдәләнәсәк. Иң яҡшылары Башҡортостандың Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығының дипломдары һәм ҡиммәтле приздары менән бүләкләнәсәк. «Тәрбиә эшен яҡшы ойоштороу өсөн» номинацияһы буйынса йомғаҡтар айырым яһаласаҡ.