3 декабрь, Шәмбе

15 сентябрь 2011 йыл, 16:38

Өфөлә парад репетицияһы арҡаһында Октябрь проспекты ябылды

автор: Ольга Мортазина

«Ҡала советы» туҡталышы районында Октябрь проспектынан үтә алмаған Өфө халҡы һорауҙары менән «Башинформ» агентлығына шылтыратты. Автоинспекторҙар проспекттан машиналарҙы ситкә бороп ебәрә, ғәҙәттән тыш хәл булмағанмы, тип борсолоуҙарын белдерҙе улар. Асыҡланыуынса, мэрия алдындағы юлда Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының йыллығы уңайынан әҙерләнгән традицион парадтың репетицияһы бара икән. 92-се тыуған көнөн республика полицияһы быйыл ҙур сара сиктәрендә билдәләйәсәк. 20 — 22 сентябрҙә Өфөлә РФ Эске эштәр министрлығының «Ҡалҡан һәм ҡаурый ҡәләм» бөтә Рәсәй конкурсы үтәсәк, уны асыу тантанаһына ведомство башлығы Рәшит Нурғәлиевтың килеүе көтөлә. Был хаҡта БР буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәте етәксеһе Максим Родионов хәбәр итте. Федераль министр парадты шишәмбе иртән, 20 сентябрҙә ҡабул итәсәк. Проспект был ваҡытҡа тағы ябыласаҡ.