Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.42

EUR 61.86

26 март, Йәкшәмбе

Уфа   °

Шиғриәт әҫәрҙәрен тәржемә итеүселәрҙең «Аҡ Торна» конкурсы тере символдарға эйә булды

Йәмғиәт

Төрки телле шиғриәт әҫәрҙәрен тәржемә итеүселәрҙең «Аҡ Торна» Халыҡ-ара конкурсы логотибында төшөрөлгән ике торна бығаса тик һәләтле рәссам һүрәте генә булды, хәҙер иһә улар тере кәүҙәләнешен тапты: конкурс Рәсәйҙә иң ҙурҙарҙан һаналған Калининград зоология паркында йәшәгән ике аҡ торнаны үҙ ҡанаты аҫтына алды.

Аҡ торналарға юҡҡа сығыу хәүефе янай, улар халыҡ-ара Ҡыҙыл китапҡа һәм Рәсәйҙең Ҡыҙыл китабына индерелгән.

Конкурсты ойоштороусылар хәбәр итеүенсә, хәҙер ике торна йәшәгән урында «Торналар «Аҡ Торна» конкурсы ҡарауы аҫтында» тигән яҙыу торасаҡ.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, конкурсҡа эштәр ҡабул итеү бөгөн тамамлана. Башҡортостандан һәм Рәсәйҙең башҡа төбәктәренән генә түгел, сит илдәрҙән дә өс йөҙҙән ашыу ҡатнашыусы үҙенең эштәрен ебәргән. Илдәр араһында – Ҡаҙағстан, Украина, Үзбәкстан, Ҡырғыҙстан, Австрия, Германия.

Сараны ойоштороусылар – Башҡортостан Республикаһының Мәҙәниәт министрлығы, Башҡортостан Яҙыусылар берлеге, «Мәҙәниәт» ТВ-каналы, «Имидж-Консультант» консалтинг компанияһы, «Бельские просторы» һәм «Ағиҙел» әҙәби-нәфис журналдары.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть