4 декабрь, Йәкшәмбе

15 сентябрь 2011 йыл, 15:45

Башҡорт дәүләт академия драма театрында «янғынды иҫкәртеү» спектакле үтте

автор: Ольга Муртазина

Башҡорт дәүләт академия драма театрында «Человеку друг огонь, только зря его не тронь!» исемле спектакль премьераһы үтте. РФ Ғәҙәттән тыш министрлығының республика буйынса Баш идаралығы һорауы буйынса театр янғынға ҡаршы тематикалы спектаклде нәҡ балалар өсөн әҙерләгән.

Спектакль алдынан янғын һүндереүселәр үҙҙәренең махсус техникаһы күргәҙмәһен ойошторҙо һәм балаларға уның нисек эшләүен күрһәтте. Ә театр фойеһында уларҙы икенсе күргәҙмә – балалар һүрәттәре конкурсынан рәсемдәр көтә ине.

— Сағыу биҙәлгән спектакль театрҙың даими репертуарына инәсәк, һәм уны республиканың төрлө төбәктәренән дә балалар күрер, тип ышанабыҙ, — тип хәбәр итте РФ Ғәҙәттән тыш министрлығының республика буйынса Баш идаралығының матбуғат хеҙмәте хеҙмәткәре Алина Ғәниева.