7 декабрь, Шаршамбы

15 сентябрь 2011 йыл, 14:53

Иглин районында «Беҙҙең күңелле баҡса» балалар викторинаһы үтте

автор: Тимур Рәхмәтуллин

Иглин районының Балтика ауылында балалар викторинаһы үтте, уны «Балтика» белорус тарихи-мәҙәни үҙәге ойошторҙо. Үҙәк хеҙмәткәрҙәре Иглин районының Загорск ауылы балалары йәшәгән Балтика урта мәктәбе ҡарамағындағы интернатта булды һәм «Беҙҙең күңелле баҡса» викторинаһын үткәрҙе.

Ойоштороусылар хәбәр итеүенсә, балалар ҡунаҡтарҙы ҙур ҡыуаныс менән ҡаршы алды һәм йәшелсә, емеш-еләк тураһындағы йомаҡтар сисеүҙә әүҙем ҡатнашты.

Балалар өсөн үткәрелгән матур сара урманға сәйәхәт менән тамамланды.