11 декабрь, Йәкшәмбе

15 сентябрь 2011 йыл, 14:27

Республикала урман янғындары һаны ун тапҡырға кәмегән

автор: Галина Бахшиева

Урман янғындары һаны һәм янғындан зыян күргән урман майҙандары Башҡортостанда былтырғыға ҡарағанда яҡынса ун тапҡырға кәмегән. Шулай итеп, үткән йылда 415 урман янғыны һөҙөмтәһендә 8500 гектар урман зыян күрһә, быйыл 80 янғындан 480 гектар зарарланған.

— Быйыл ямғырһыҙ ҡоро йәшендән тик 12 янғын сыҡҡан. Ҡалған 68 янғындың сәбәбе – кеше факторы. Кешенең вайымһыҙлығы ҡайһы саҡта үтә ҡыйбатҡа төшә, — тине республиканың урман хужалығы министры Рәжәп Нәбиуллин. – Шул уҡ ваҡытта һатып алынған яңы урман янғынын һүндереү техникаһы янғынды тиҙ арала һүндерергә ярҙам итте һәм эште ябайлаштырҙы. Былтыр янғынды ваҡытында һүндереү тиҙлеге 50 проценттан аҙ ғына ашыуыраҡ тәшкил итһә, ағымдағы йылда был күрһәткес 90 процентҡа тиерлек тиң. Бынан тыш, урман янғындарын беҙ әлегә ситтән көстәр йәлеп итмәйенсә үҙебеҙ һүндерәбеҙ.