3 декабрь, Шәмбе

15 сентябрь 2011 йыл, 14:12

Өфөлә Музыка йортон төҙөүгә архитектура проекттары конкурсы иғлан ителгән

автор: Әлфиә Әһлиуллина

Баш ҡала хакимиәте яҡын арала Өфөлә төҙөлөргә тейешле Музыка йортон проектлауға архитектура проекттары конкурсын иғлан итте. Конкурс йомғаҡтары буйынса Музыка йортоноң иң яҡшы архитектура-планлаштырыу проекты билдәләнәсәк.

Агентлыҡҡа ҡала хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, конкурста ҡатнашыуға заявкалар ҡабул итеү 23 сентябрҙә тамамлана, конкурс эштәрен тапшырыу иһә 11 ноябргә тиклем тип билдәләнгән.

Бынан һуң 24 ноябргә хәтле конкурс эксперттары һәм жюрийы эшләйәсәк.

Йомғаҡтар яһау һәм еңеүселәрҙе наградлау тантанаһы 25 ноябрҙә үтәсәк.