Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.02 ↑

EUR 61.53 ↑

30 март, Кесе йома

Уфа   °

Октябрҙә Мәскәүҙә «Алтын көҙ - 2011» XIII Рәсәй агросәнәғәт күргәҙмәһе үтәсәк

Иҡтисад

«Алтын көҙ — 2011» XIII Рәсәй агросәнәғәт күргәҙмәһе 6-16 октябрҙә Бөтә Рәсәй күргәҙмә үҙәге биләмәһендә Рәсәй агросәнәғәт аҙналығы сиктәрендә үтәсәк.

Ҙур милли аграр форумды ойоштороусылар булып Рәсәй Федерацияһының Ауыл хужалығы министрлығы, Мәскәү Хөкүмәте, Бөтә Рәсәй күргәҙмә үҙәге сығыш яһай.

Рәсәй Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, күргәҙмә рәсми рәүештә 14 октябрҙә асыласаҡ. «Алтын көҙ» сиктәрендә 6-9 октябрҙә ауыл хужалығы техникаһының «АгроТек Рәсәй — 2011» халыҡ-ара махсус күргәҙмәһе эшен башлаясаҡ. 6 октябрҙә Бөтә Рәсәй күргәҙмә үҙәге майҙанында ауыл хужалығы продукцияһы йәрминкәһе асыласаҡ. 13-16 октябрҙә «Рәсәй төбәктәре һәм сит илдәр», «Малсылыҡ һәм тоҡомло малдар», «Малсылыҡ өсөн ҡорамалдар. Ветеринария. Мал аҙығы» исемле күргәҙмә бүлектәре эшләйәсәк.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостандың агросәнәғәт предприятиелары «Алтын көҙ» күргәҙмәһендә даими ҡатнашып бара. Форумда тәҡдим ителгән экспозициялар өсөн төбәк йыл һайын Мәскәүҙән күп кенә наградалар алып ҡайта.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть