8 декабрь, Кесе йома

15 сентябрь 2011 йыл, 12:52

Өфөлә балалар кардиологияһы буйынса бөтә Рәсәй форумы үтәсәк

автор: Әлфиә Әһлиуллина

Өфөлә 19 — 20 сентябрҙә Наталья Белоконь иҫтәлегенә арналған «Дисциплина-ара бәйләнештәр аспектында балалар кардиологияһы» бөтә Рәсәй семинары үтәсәк. Уны үткәреү урыны итеп Конгресс-холл һайланған.

Балалар һәм үҫмерҙәрҙәге төп йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙарының дисциплина-ара бәйләнештәре өлкәһендәге ватан һәм бөтә донъя тәжрибәһен дөйөмләштереү — уның төп маҡсаты.

Сарала балалар дауаханаларының һәм поликлиникаларының баш табиптары,   балалар амбулатор-поликлиника һәм стоматология бүлексәләре мөдирҙәре, педиатрҙар, балалар кардиологтары, ревматологтар, шифахана белгестәре, шулай уҡ Мәскәү, Новосибирск, Ҡаҙандан һәм башҡа төбәктәрҙән әйҙәүсе белгестәр ҡатнашасаҡ.

Семинар дауамында сарала ҡатнашыусылар балалар һәм үҫмерҙәрҙә күҙәтелгән соматик тайпылыштарҙың «кардиаль битлектәре» кеүек көнүҙәк мәсьәләне тикшерәсәк, кардиаль патологияның метаболик аспекттарына туҡталасаҡ, балалар ревматологияһы мәсьәләһен һәм дисциплина-ара аспекттарҙы ҡараясаҡ.

«Башинформ» агентлығына БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, балалар кардиологияһы буйынса бөтә Рәсәй форумы Өфөлә Рәсәй Балалар кардиологтары ассоциацияһы президиумы ҡарарына ярашлы үткәрелә.

Матбуғат хеҙмәте мәғлүмәтенә ярашлы, төбәктә балаларға кардиологик профилдәге юғары технологик медицина ярҙамы күрһәтеү буйынса ҙур эштәр башҡарыла.

Республика кардиология диспансерында балаларға ағымдағы йылда йөрәккә 228 операция яһалған, шул иҫәптән бер йәшкә тиклемге балаларға 78 операция эшләнгән, шуларҙың 31-е — 1 айға тиклемге сабыйҙар. Әйткәндәй, дөйөм иҫәптәге операцияларҙың 142-һе яһалма ҡан әйләнеше режимында ғәмәлгә ашырылған.

Республикала балаларға күрһәтелеүсе юғары технологияларға нигеҙләнгән кардиохирургия ярҙамы йыл һайын арта бара, һөҙөмтәлә тыумыштан килгән йөрәктәге физик кәмселек арҡаһында үлгән сабыйҙар һаны кәмей.