8 декабрь, Кесе йома

15 сентябрь 2011 йыл, 12:44

Башҡортостандан рәсми делегация «Сочи–2011» форумында ҡатнаша

автор: Любовь Колоколова

Бөгөн, 15 сентябрҙә, Краснодар крайында «Сочи–2011» X Халыҡ-ара инвестиция форумы асыласаҡ. Сарала республика Президенты етәкселегендәге Башҡортостандың рәсми делегацияһы ла ҡатнашасаҡ. Делегация составында шулай уҡ – Республика Хөкүмәтенең Премьер-министр урынбаҫары – сәнәғәт һәм инновацион сәйәсәт министры Марат Мөлөков, иҡтисади үҫеш министры Евгений Маврин һәм башҡалар.  

Форумда 2020 йылға тиклем республиканың үҫеше, инвестицион проекттар һәм төбәктә инновациялар үҫеше күрһәтелгән Башҡортостан Республикаһының күргәҙмә экспозицияһы ойоштороласаҡ. Шулай уҡ унда республика предприятиелары ҙур урын аласаҡ: форумда ҡатнашыусыларға улар үҙҙәренең продукцияһын һәм хеҙмәтен күрһәтәсәк, инновацион эшләнмәләре менән таныштырасаҡ.