8 декабрь, Кесе йома

15 сентябрь 2011 йыл, 12:24

Йыл башынан Рәсәйҙәге банктар иҫәбе 19-ға кәмегән

автор: Әлфиә Шәрәфетдиноа

Йыл башынан Рәсәйҙәге банктар иҫәбе 19-ға кәмегән. 2011 йылдың 1 сентябренә ҡарата кредит учреждениелары һаны тураһында мәғлүмәтте РФ Үҙәк банкыһының Сит ил һәм ижтимағи бәйләнештәре департаменты тапшырҙы. 1 ғинуарҙа илдә 1012 банк иҫәпләнһә, хәҙер уларҙың һаны 993 тәшкил итә. Филиалдар һаны 102 берәмеккә кәмегән – 2926-нан 2824-кә.

Вкладтарҙы страховкалау системаһында 903 банк ҡатнаша. Вкладтарҙы страховкалау буйынса агентлыҡ мәғлүмәтенә ярашлы, йыл башынан Рәсәйҙә 11 страховкалау осрағы теркәлгән.

— Әле тамамланмаған ағымдағы йылдың түләүҙәр күләме былтырғы һәм унан алдағы йылдар күрһәткестәренән ашты, ул 2008 йылдың рекордлы кире күрһәткестәренә яҡынлашты. Көрсөк эҙемтәләре әле булһа һиҙелә, — тине Вкладтарҙы страховкалау буйынса агентлыҡтың генераль директоры Александр Турбанов Дәүләт корпорацияһы сайтындағы интервьюһында.

Йыл эсендә — 2010 йылдың 1 сентябренән 2011 йылдың 1 сентябренә тиклем – илдә банктар иҫәбе 43-кә кәмегән.

Башҡортостанда бөгөнгө көндә 78 кредит ойошмаһы эшләй. Йыл башында уларҙың һаны 77 ине.

темалар: банктар