9 декабрь, Йома

15 сентябрь 2011 йыл, 11:20

Республика донъя кимәлендәге бер нисә ҙур спорт сараһын үткәреүгә әүҙем әҙерләнә

автор: Дмитрий Слезин

Башҡортостан Республикаһының Хөкүмәт йортонда вице-премьер Зөһрә Рәхмәтуллина етәкселегендә эш кәңәшмәһе үтте, унда республикала бер нисә ҙур спорт сараһын үткәреү мәсьәләләре тикшерелде. Улар араһында – 2012 йылда йәйге биатлон буйынса донъя чемпионаты, 2013 йылда йәштәр араһында хоккей буйынса донъя чемпионаты, 2013 йылда Халыҡ-ара ҡышҡы балалар уйындары, шулай уҡ 2021 йылда олимпия уйындарына индерелмәгән һәм милли спорт төрҙәре буйынса бөтә донъя уйындары.

Осрашыуҙа Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте, Башҡортостан Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы, республика Элемтә һәм киң коммуникациялар министрлығы, Өфө хакимиәте вәкилдәре ҡатнашты.

Башҡортостан йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры Александр Никерин үҙенең сығышында Башҡортостандың масштаблы ярыштар үткәреү буйынса ҙур тәжрибәһе булыуын, шулай уҡ бында матди-техник базаның булыуын билдәләне. 2006 йылдан алып туғыҙ донъя һәм Европа чемпионаты үткәрелгән. Барлыҡ спорт саралары ла юғары кимәлдә үткән.

Ярыштарҙың финанс яғына айырыуса иғтибар бүленде. Саралар федераль һәм республика бюджеттары һәм йәлеп ителгән средстволар иҫәбенә финансланасаҡ, тип күҙаллана.

Министр Спорт һарайын реконструкциялау мәсьәләһендә һәм «Биатлон» спорт-һауыҡтырыу комплексының тергеҙеү эштәрендә ентеклеберәк туҡталды. Ҡайһы бер спорт ярыштарын тап ошо биналарҙа үткәреү планлаштырыла.

Кәңәшмә барышында ҡатнашыусыларҙы урынлаштырыу, приздар, кәрәк-яраҡ менән тәьмин ителеү мәсьәләләре лә тикшерелде.

Был ҙур сараларға әҙерләнеү буйынса бизнес структураларын һәм йәмәғәт ойошмаларын йәлеп итеүҙе күҙ уңында тотоп, ведомстволарҙың үҙ ара килешеп эш итеүе зарур, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең Премьер-министр урынбаҫары Зөһрә Рәхмәтуллина.

Кәңәшмә аҙағында ярыштарҙы үткәреү буйынса әле булған документтарҙы эшләп бөтөргә һәм яңыларын әҙерләргә ҡушылды.