9 декабрь, Йома

15 сентябрь 2011 йыл, 11:08

Башҡортостанда иң «сифатлы» журналист материалы һайланасаҡ

автор: Әлфиә Шәрәфетдинова

Башҡортостан Журналистар союзы киң мәғлүмәт саралары вәкилдәрен тауар һәм хеҙмәттәр сифаты мәсьәләләрен иң яҡшы яҡтыртыуға республика конкурсында ҡатнашырға саҡыра. Һөнәри ярыш Башҡортостандың Сәнәғәт һәм инновацион сәйәсәт министрлығы, дәүләт төбәк Стандартлаштырыу, метрология һәм һынауҙар үҙәге, республиканың Элемтә һәм киң коммуникациялар министрлығы, Сифат проблемалары академияһының Башҡортостан төбәк бүлексәһе ярҙамында үткәрелә.

Конкурста материалдары 2011 йылдың 1 ғинуарынан 1 октябренә тиклем баҫылып сыҡҡан республикалағы һәр киң мәғлүмәт сараһы вәкилдәре ҡатнаша ала. Еңеүселәр өс номинацияла билдәләнәсәк: гәзит-журналдарҙа сыҡҡан мәҡәләләр, радиотапшырыу һәм телевизион тапшырыу.

Эштәр 10 октябрҙән дә һуңға ҡалмайынса Стандартлаштырыу үҙәгендә (450006, Өфө, Ибраһимов бульвары, 55/59), БР Элемтә һәм киң коммуникациялар министрлығында (450077, Өфө, Киров урамы, 45, 413 а бүлмәһе) һәм Журналистар союзында (450069, Өфө, Октябрҙең 50 йыллығы урамы, 13, 1007-се бүлмә) ҡабул ителә.

Бүләкләү тантанаһы Европа сифат аҙналығына һәм Бөтә донъя сифат көнөнә арналған саралар сиктәрендә быйыл ноябрҙә үтәсәк.