8 декабрь, Кесе йома

15 сентябрь 2011 йыл, 10:33

Мәсетле районының иң оло кешеһе 101 йәшен билдәләне

автор: Марина Шумилова

Туғандары һәм яҡындары, район власы вәкилдәре Оло Ҡыҙылбай ауылынан ағинәй Фәрхрук Йәрми ҡыҙы Хәтмуллинаны 101 йәше менән ҡотланы. Мәсетле районы хакимиәте башлығы Иван Могильников уға ҙөр гөлләмә һәм инәйҙең ҡыҙы Нәзилә, кейәүе Вәис менән төшкән ҙур форматтағы төҫлө фотографияһын бүләк итте.

Райондың иң оло кешеһе Кесе Ҡыҙылбай ауылында тыуған, әммә ғүмеренең ҙур өлөшөн Оло Ҡыҙылбайҙа үткәргән, фермала эшләгән. Фәрхрук Йәрми ҡыҙын ысын мәғәнәһендә бәхетле кеше тип әйтергә мөмкин, сөнки уның ҙур байлығы – 3 балаһы, 11 ейән-ейәнсәре, 21 бүлә-бүләсәре һәм 6 тыуа-тыуасары бар.

темалар: мөһим даталар