8 декабрь, Кесе йома

15 сентябрь 2011 йыл, 10:16

Республикала Халыҡ программаһы проектына 100 меңдән ашыу тәҡдим индерелде

автор: Марина Шумилова

14 сентябрҙә Өфөлә үткән берҙәм рәсәйлеләрҙең республика конференцияһында Халыҡ программаһы формалашыуына йомғаҡ яһалды. Башҡортостан Республикаһында «Халыҡ программаһы» проекты етәксеһе, «Берҙәм Рәсәй»ҙең Башҡортостан төбәк сәйәси советы секретары урынбаҫары Раил Әсәҙуллин билдәләүенсә, Халыҡ программаһы дөйөм халыҡтан һорау алыу һәм фекер алышыу нигеҙендә әҙерләнде.

— Халыҡ программаһын формалаштырыуҙа ҡатнашыуҙы халыҡ бөгөн уны борсоған мәсьәләләрҙе власть органдарына еткереү мөмкинлеге, Дәүләт Думаһының буласаҡ депутаттарының эшмәкәрлек йүнәлештәрен формалаштырыу ысулы итеп ҡабул итте, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Раил Әсәҙуллин.

Һөҙөмтәлә Дөйөм Рәсәй халыҡ фронтының төбәк Координация советына 100 меңдән ашыу тәҡдим индерелде. Улар бөтәһе лә тикшерелеп һәм дөйөмләштерелеп, Халыҡ программаһына беҙҙең республиканан 312 тәҡдим индерелде. Уларҙың 43 проценты – социаль сәйәсәткә, 20% – иҡтисад үҫешенә, 12% – дәүләт, бизнес һәм йәмғиәттең үҙ-ара килешеп эшәлүенә, 10% – йәшәү сифатына, 7% – төбәк үҫешенә, 3% – сәйәси системаның эшләүенә, 2% милләт-ара мөнәсәбәттәргә ҡағыла.

Торлаҡ-коммуналь хужалыҡты үҫтереү һәм хаҡ яһалышы системаһын көйләү, эшҡыуарлыҡты үҫтереү өсөн һалым ҡануниәтен үҙгәртеү, пенсияларҙы һәм социаль пособиеларҙы арттырыу, инновацион өлкәһендәге предприятиелар өсөн һалым буйынса ташламалар булдырыу, юл төҙөлөшөнә средстволар бүлеү – федераль кимәлдәге көнүҙәк мәсьәләләргә индерелде. Эшҡыуарлыҡты үҫтереүҙә административ кәртәләрҙе бөтөрөү, социаль өлкә хеҙмәткәрҙәре өсөн социаль торлаҡ төҙөү һәм льготалы ипотеканы үҫтереү, ауыл хужалығы етештереүселәренә ярҙам күрһәтеү һәм ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа һалым буйынса һәм башҡа ташламалар булдырыу — өҫтөнлөклө төбәк мәсьәләләренә индерелде. Аҙ комплектлы мәктәптәрҙе һәм дауаханаларҙы ябыу иҫәбенә мәғариф һәм һаулыҡ һаҡлау учреждениеларын оптималләштереүҙе бөтөрөү, медицина хеҙмәттәре сифатына контроллек итеү, шулай уҡ экология ҡануниәтенә һәм тирә-яҡ мөхитте һаҡлауға контроллек итеү – урындағы өҫтөнлөктәр иҫәбендә.