11 декабрь, Йәкшәмбе

15 сентябрь 2011 йыл, 9:03

XII партия съезына Башҡортостандың берҙәм рәсәйлеләре 16 делегат һайланы

автор: Марина Шумилова | фото: Олег Яровиков

Мәскәүҙә 23-24 сентябрҙә үтәсәк «Берҙәм Рәсәй» партияһының XII съезында Башҡортостан төбәк бүлексәһенән 16 делегат ҡатнашасаҡ. Делегация составы Өфөлә 14 сентябрҙә үткән берҙәм рәсәйлеләрҙең республика конференцияһында билдәләнде.

Партия форумында делегаттар итеп түбәндәгеләр һайланды: Башҡортостан Республикаһы Президенты, «Берҙәм Рәсәй» бөтә Рәсәй сәйәси партияһының Башҡортостан төбәк сәйәси советы  президиумы ағзаһы Рөстәм Хәмитов, БР Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай рәйесе, партияның төбәк сәйәси советы секретары Константин Толкачев, БР Президенты Хакимиәте етәксеһе, Төбәк һайлау штабы етәксеһе Владимир Балабанов, «Берҙәм Рәсәй» партияһының төбәк башҡарма комитеты етәксеһе, БР Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты Рөстәм Ишмөхәмәтов, Өфө дәүләт иҡтисад һәм сервис академияһы ректоры, БР Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты, партия рәйесе В.В.Путиндың төбәк йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһе етәксеһе Александр Дегтярев, М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты ректоры, БР Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты Раил Әсәҙуллин, «Уралтранснефтепродукт» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры, төбәк сәйәси советы президиумы ағзаһы Наил Баһаутдинов, «Берҙәм Рәсәй» партияһының төбәк башҡарма комитеты етәксеһе урынбаҫары — партия төҙөлөшө бүлегенең начальнигы Александр Головков, Өфө ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығы, төбәк сәйәси советы ағзаһы Павел Качкаев, «Эшлекле Рәсәй» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең Башҡортостан төбәк бүлексәһе рәйесе, БР Эшҡыуарлыҡ ойошмалары ассоциацияһы рәйесенең беренсе урынбаҫары Рафаэль Мәрҙәншин, «Газ-Сервис» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең «Өфөгаз» филиалы директоры, Өфө ҡалаһы ҡала округы Советы рәйесе, урындағы «Берҙәм Рәсәй» партияһы бүлексәләренең координацион советы рәйесе Ирек Ниғмәтуллин, БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Әнүәр Мәхмүтов, Дәүләт Думаһы депутаты Сәлиә Мырҙабаева, БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Зөһрә Рәхмәтуллина, Өфөнөң Киров районы хакимиәте башлығы Салауат Сәғитов, Дәүләт Думаһы депутаты Марсель Йосопов.

Делегация составына йәнә съезд ҡунаҡтары сифатында саҡырылған 30 кеше —Дөйөм Рәсәй халыҡ фронты вәкилдәре, праймеризда ҡатнашыусылар ҙа инәсәк.

темалар: партиялар