10 декабрь, Шәмбе

14 сентябрь 2011 йыл, 17:50

Рөстэм Хәмитов берҙәм рәсәйлеләрҙең яңы башланғысы - «Домком» проекты хаҡында һөйләне

автор: Марина Шумилова

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Өфөлә үткән берҙәм рәсәйлеләр конференцияһында «Берҙәм Рәсәй» партияһының яңы башланғысы — «Домком» проекты хаҡында әйтеп үтте.

— «Берҙәм Рәсәй» партияһы йорт комитеттарын ойоштороу буйынса үҙенең яңы проекты хаҡында тап беҙҙең республикала иғлан итте, уның сиктәрендә күп фатирлы йорттарҙа йәшәүселәр идара компаниялары һәм торлаҡ милекселәре ширҡәттәре эшмәкәрлеген тикшереүҙә ҡатнаша аласаҡ, — тине Рөстәм Хәмитов. — Был өлкәлә проблемалар ҙа, тәртипһеҙлек тә күп, — тип билдәләне Башҡортостан Президенты. – «Беҙәм Рәсәй» был йорттарҙа йәшәүселәргә тәртипһеҙлектәргә ҡаршы көрәшкә тупланырға ярҙам итәсәк. Был — ғәйәт ҙур эш. Республикала 20 меңдән ашыу күп фатирлы йорт бар, уларҙа бөтөн халыҡтың 60 проценты самаһы — ике миллиондан ашыу кеше йәшәй. Бындай ҙур халыҡ массаһының көйлө эш итеүен ойоштороуы еңелдән түгел. Партия ҡуйылған бурыстарын үтәп сыға алыр, тип ышанам, һәм беҙ, әлбиттә, уға ярҙам итәсәкбеҙ.