Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.31 ↑

EUR 61.50 ↓

27 апрель, Кесе йома

Уфа   °

Өфөлә 60 миллион һумға бал һатылған

Иҡтисад

Үткән ял көндәрендә Өфөлә уҙғарылған бал йәрминкәләрендә яҡынса 60 миллион һумға бал һатылған.  Был хаҡта Өфө хакимиәтендә үткән оператив кәңәшмәлә ҡала башлығы Павел Качкаев хәбәр итте.

Уның һүҙҙәре буйынса, ике көн эсендә ҡаланың Орджоникидзе һәм Совет районында ойошторолған йәрминкәләрҙә 900-ҙән ашыу бал һатыусы ҡатнашҡан. Балға хаҡ килоһына 300-400 һум самаһы булыуға ҡарамаҫтан, яҡынса 169 тонна бал һатылған – былтыр көҙ үткәрелгән беренсе йәрминкәләрҙәге күрһәткескә ҡарағанда был ике тапҡырҙан ашыуға күберәк. Сағыштырыу өсөн, былтыр Өфөлә ни бары 79 тонна бал һатылған.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть