9 декабрь, Йома

14 сентябрь 2011 йыл, 17:21

Башҡортостан Президенты: «Власть та, сәйәсмәндәр ҙә халыҡ өсөн эшләүгә йүнәлтелгән булырға тейеш»

автор: Марина Шумилова

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Өфөлә үткән берҙәм рәсәйлеләрҙең республика конференцияһында ҡатнашҡан делегаттарҙың иғтибарын республика властары һәм «Берҙәм Рәсәй» партияһы эшмәкәрлегендә иҡтисад һәм сәйәсәт нисбәтенә йүнәлтте.

— Республика властары сәйәсәт өлкәһендә үҙҙәренең бурысын үтәй, тип иҫәпләйем – ирекле йәмғиәт үҫтереү юлында административ кәртәләр юҡ ителә, — тине республика башлығы. – Барлыҡ сәйәси көстәр ҙә тигеҙ хоҡуҡлы. Милләт-ара мөнәсәбәттәр тотороҡло, һәм уларҙың тотороҡло булыуына берәүҙең дә шиге юҡ. Әлбиттә, власть сәйәсәттән ситләшмәйәсәк, әммә хәҙер сәйәси бурыстарҙы үтәүҙә партиялар ҙа, йәмәғәт ойошмалары ла ҙур роль уйнарға тейеш. Власть нигеҙҙә иғтибарын граждандарҙы борсоған иҡтисади мәсьәләләрҙе хәл итеүгә йүнәлтергә тейеш.

«Берҙәм Рәсәй» башҡа партиялар кеүек үк – тәү сиратта сәйәси институт, тип билдәләне Рөстәм Хәмитов.

— Бер яҡтан, «Берҙәм Рәсәй» партияһы билдәләмәһе буйынса уҡ сәйәсәт менән шөғөлләнергә тейеш, икенсенән — «Берҙәм Рәсәй» — власть партияһы, һәм халыҡ был властан нимә көтә, ул шуны эшләргә тейеш, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды республика Президенты. — Ә халыҡ уның аныҡ һәм реаль проблемаларын, күпселек йәһәттән иҡтисади мәсьәләләрен хәл итеүҙе көтә. Сәйәсәт, ниндәйҙер мәғәнәлә, иҡтисадҡа ҡарағанда уңайлыраҡ эш. Сәйәсәттә аныҡ күрһәткестәр юҡ, унда яманлыҡҡа ҡаршы яҡшылыҡты яҡлап, тыныс ҡына һөйләргә була. Әммә кешеләр беҙҙән быны түгел, ә билдәле һөҙөмтәләр көтә. Власть та, сәйәсмәндәр ҙә халыҡ өсөн эшләүгә йүнәлтелгән булырға тейеш. «Берҙәм Рәсәй»ҙең быны аңлауы һәм иҡтисади мәсьәләләрҙән ситләшмәүе мине ҡыуандыра.