10 декабрь, Шәмбе

14 сентябрь 2011 йыл, 16:03

Рөстәм Хәмитов Башҡортостанда праймериз һөҙөмтәләренә юғары баһа бирҙе

автор: Марина Шумилова

14 сентябрҙә берҙәм рәсәйлеләрҙең республика конференцияһында сығыш яһап, республика Президенты Рөстәм Хәмитов Башҡортостанда праймериз һөҙөмтәләренә юғары баһа бирҙе.

— «Берҙәм Рәсәй»ҙең һайлау исемлегенә кандидаттар һайлап алыу киң йәмәғәтселек ҡатнашлығында ойошторолдо, — тине республика башлығы. — «Берҙәм Рәсәй» партияһы ярҙамында Дөйөм Рәсәй халыҡ фронтына үҙҙәренең кандидаттары – бығаса партия тормошонда ҡатнашмаған йәмәғәтселәрҙе тәҡдим итергә мөмкинселек тыуҙы. Барлыҡ теләүселәр ҙә үҙҙәренең көсөн һынай алды, трибунанан идеяларын яңғыратты. Яңы, ғәҙәти фекерләмәгән күп сәйәсмәндәрҙе күрҙек. Әлбиттә, уларҙы был кампания сиктәрендә генә кәрәкле, тип иҫәпләргә ярамай, яңы сәйәсмәндәрҙе урындағы власть органдарына һәм республика парламентына һайлауҙар көтә.

Рөстәм Хәмитов һайлаусыларҙың күпселеге тәжрибәле, билдәле кешеләргә өҫтөнлөк бирҙе, тип билдәләне.

— Быға һайлаусыларыбыҙҙың билдәле бер консерватизмы ла йоғонто яһаны: улар һәр яңы һәм әле ҡулланылмаған нәмәгә тотанаҡлы мөнәсәбәттә, — тип билдәләне ул. – Ни өсөн икәнлеге аңлашыла, уларға йыш ҡына ниҙер вәғәҙә итеп, уны үтәмәгәндәр йәки әҙ үтәгәндәр. Киләһе кампанияла һайлаусылар уларҙы таныр һәм үҙҙәренең тауышын бирер, тип уйлайым. Праймериз – бер көнлөк түгел, ул – оҙайлы сроклы капиталлаштырыу.

Башҡортостан Президенты еңгән кандидаттар Дәүләт Думаһы депутаттары булғас, республиканың, уның халҡының мәнфәғәттәрен яҡлар, тигән ышанысын белдерҙе.

— Беҙҙең республикаға инвестициялар кәрәк – енәйәт менән бәйленән тыш, барлыҡ дәүләт корпорациялары, бюджет, шәхси, сит ил инвестициялары, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Рөстәм Хәмитов. – Беҙҙең депутаттарҙы республикаға яңы көстәр, инвестициялар йәлеп итерлек яҡшы закон сығарыусылар һәм республика мәнфәғәттәрен яҡлаусылар итеп күрәм. Беҙҙә ҙур пландар бар, һәм уларҙы тормошҡа ашырырға кәрәк. Хәҙер улар Халыҡ программаһын тикшереү сиктәрендә граждандар тарафынан индерелгән тәҡдимдәр менән йәнә тулыланды. Был проекттарҙы тормошҡа ашырыу өсөн күп кенә средстволар кәрәк. Дәүләт Думаһының яңы депутаттары менән берлектәге бындай эш республикаға ресурстар йәлеп итергә ярҙам итәсәк.