Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.51

EUR 67.89

22 октябрь, Йәкшәмбе

Уфа   °

Өфөлә меңгә яҡын сит ил гражданы белем ала

Йәмғиәт

Федераль миграция хеҙмәтенең республика буйынса идаралығы мәғлүмәте буйынса, сентябрь башынан алып Башҡортостанға 300-ҙән ашыу сит ил студенты килгән. Был Нефть, медицина университеттары һәм БашДУ-ның беренсе курс студенттары. Уҡыу алдынан улар барыһы ла Юғары уҡыу йортона тиклемге белем биреү үҙәгендә рус теле буйынса әҙерлек курстары үткән, тип хәбәр итте республика буйынса Федераль миграция хеҙмәте идаралығының матбуғат хеҙмәте хеҙмәткәре Ғәлиә Хабиәхмәтова.

Йәмғеһе Өфө вуздарында 1241 сит ил кешеһе белем ала, улар башлыса Ҡаҙағстан, Үзбәкстан, Төркмәнстан, Тажикстан, Әзербайжан, шулай уҡ Төркиә һәм АҠШ граждандары.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть