7 декабрь, Шаршамбы

14 сентябрь 2011 йыл, 14:16

Башҡортостанда ағас орлоҡтарын әҙерләү эштәре башланды

автор: Галина Бахшиева

Республикала ағас орлоҡтарын әҙерләү эштәре башланды, ул киләһе йылдың яҙында ғына тамамланасаҡ. Март аҙағына тиклем төбәктә 10 тонна самаһы орлоҡ йыйыу планлаштырылған. Улар иҫәбендә — ҡайын, йүкә, ҡарағас һәм ҡарағай орлоҡтары.

Башҡортостандың урман хужалығы министры Рәжәп Нәбиуллиндың әйтеүенсә, республикала министрлыҡ ҡарамағындағы йөҙҙән ашыу урман питомнигы иҫәпләнә. Мең гектар самаһы майҙанда 70 миллионға яҡын төрлө ағас үҫентеләре үҫтерелә. Киләһе яҙҙа уларҙың 30 миллионын республиканың урман хужалыҡтары планлы ағас ултыртыуҙа файҙаланасаҡ.

— Күбеһе был материалдың нисек ҡышлауынан тора, әлбиттә. Урмандарҙы тергеҙеүгә өс йыллыҡ үҫентеләрҙе тейешле күләмдә бүлә алырбыҙмы икән? Шулай ҙа йәш ағастар туңмаҫ, һәм күпме планлаштырылған, шул күләмдә ағас ултырта алырбыҙ, тип ышанам, — тине журналистар менән брифингыла Рәжәп Нәбиуллин.