Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.63

EUR 70.36

20 ноябрь, Дүшәмбе

Уфа   °

Өфө халҡы властарға интернет аша йышыраҡ мөрәжәғәт итә башланы

Сәйәсәт

Өфө халҡы власть органдарына интернет аша былтырғыға ҡарағанда өс тапҡырға йышыраҡ мөрәжәғәт итә башлаған. Мөрәжәғәттәрҙең электрон формаһы популярлығы 6 проценттан 18-гә тиклем артҡан. Шулай ҙа халыҡтың интернетҡа ҡарата ышансы ҙур түгел. 34 процент осраҡта өфөлөләр – яҙма рәүештә, 22 процент осраҡта телдән мөрәжәғәт итеүҙе өҫтөн күрә. Бындай мәғлүмәттәр менән ҡала башлығында үткән оператив кәңәшмәлә Өфө хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге начальнигы Раил Мөхәмәтов таныштырҙы. Мәғлүмәттәр ағымдағы йылдың июнь-август айҙарында «Социомаркет» тикшеренеүҙәр үҙәге һәм Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәгенең Социаль-иҡтисади тикшеренеүҙәр институты менән берлектә ҡала хакимиәте үткәргән социологик һорау алыу һөҙөмтәләре буйынса алынған.

Һорау алыу барышында шулай уҡ өфөлөләрҙең ҡалала үткәрелгән төҙөкләндереү буйынса сараларға ҡарата мөнәсәбәте билдәләнгән. Урамдарҙы яҡтыртыуҙы, юлдарҙың таҙалығын, туҡталыштарҙың торошон һорау алыуҙа ҡатнашыусыларҙың 70-93 проценты ыңғай баһалаған. Юл буйындағы реклама хаҡында халыҡ насарыраҡ фекерҙә. Һорау алыуҙа ҡатнашыусыларҙың 55-65 проценты ғына уны ыңғай баһалаған.

Павел Качкаев фекеренсә, халыҡтың юл буйындағы рекламаға бындай мөнәсәбәте тәбиғи.

— Был тағы ла бер тапҡыр рекламаны тәртипкә килтереү кәрәклеге хаҡында һөйләй, — тип билдәләне Павел Качкаев. – Юлдарҙа реклама конструкцияларының үтә күп булыуына юл ҡуйырға ярамай.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть