11 декабрь, Йәкшәмбе

14 сентябрь 2011 йыл, 13:05

Үҙәк һайлау комиссияһы менән киң мәғлүмәт саралары һайлауҙы яҡтыртыу мәсьәләләрен тикшерәсәк

автор: Әлфиә Шәрәфетдинова

Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы республиканың Элемтә һәм киң коммуникациялар министрлығы етәкселеге һәм дәүләт ҡарамағындағы киң мәғлүмәт саралары мөхәррирҙәре менән кәңәшмә үткәрәсәк. Осрашыуҙа ҡатнашыусылар матбуғаттың Дәүләт Думаһына депутаттар һайлау кампанияһын мәғлүмәти йәһәттән тәьмин итеүҙә ҡатнашыуын тикшерәсәк, тип хәбәр итә республиканың Журналистар союзы.

Атап әйткәндә, Үҙәк һайлау комиссияһы вәкилдәре һайлауҙарҙы яҡтыртыуҙың хоҡуҡи аспекттары, редакция һәм журналистарҙың яуаплылығы тураһында һөйләйәсәк.

Кәңәшмә 15 сентябрҙә БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай бинаһында үтәсәк. Башлана – 11.00-дә.