7 декабрь, Шаршамбы

14 сентябрь 2011 йыл, 12:53

Уҡытыусыларҙың эш хаҡы 30 процентҡа артасаҡ

автор: Евгений Рәхимҡолов

Уҡытыусыларҙың эш хаҡы 30 процентҡа артасаҡ. Был хаҡта «Берҙәм Рәсәй»ҙең Башҡортостан төбәк бүлексәһенең сәйәси клубы ултырышында Дәүләт Думаһы депутаты, «Берҙәм Рәсәй» партияһының «Мәғарифты модернизациялау» проекты координаторы Николай Булаев хәбәр итте.

Эш хаҡы 2011-2013 йылдарға иҫәпләнгән партияның «Мәғарифты модернизациялау» проекты сиктәрендә арттырыла. Яңыса эш хаҡын педагогтар октябрҙә аласаҡ, тип күҙаллана.

«Мәғарифты модернизациялау» проекты, педагогтарға эш хаҡын арттырыуҙан тыш, Рәсәй субъекттары үҙенсәлектәрен иҫәпкә алып, мәғарифты модернизациялау төбәк программаларына ярҙам итеүҙе, мәғариф учреждениеларын заманса ҡорамалдар, яңы мәғлүмәт технологиялары менән тәьмин итеүгә булышлыҡ итеүҙе күҙ уңында тота.  

Проект сиктәрендә мәғарифты модернизациялауға төбәктәргә федераль бюджеттан 120 миллиард һум бүлеү ҡарала: ағымдағы йылда – 20 миллиард, 2012 йылда – 60 миллиард, 2013 йылда – 40 миллиард. Һәр субъектҡа бүленгән аҡса күләме төбәктәге уҡыусылар һанына һәм уның бюджет менән тәьмин ителеү кимәленә ҡараясаҡ.

Мәғарифты модернизациялауға быйыл 20 миллиард бүлеү өсөн кәрәкле төҙәтмә федераль бюджетҡа индерелгән дә инде, тип билдәләне Николай Булаев.

— «Берҙәм Рәсәй»ҙең барлыҡ депутаттары ла был төҙәтмә өсөн тауыш бирҙе, — тине ул. – Башҡа фракциялар – яҡлап сыҡманы.

Башҡортостан – «Мәғарифты модернизациялау» проектын ентекле тикшергән беренсе төбәк, тип билдәләне Николай Булаев.

Уның һүҙҙәренә ҡарағанда, 30 сентябрҙә «Берҙәм Рәсәй» партияһы Генераль советы президиумының киңәйтелгән ултырышы үтәсәк, унда әлеге проект тикшереләсәк. Ултырышта Рәсәй мәғариф һәм фән министры Андрей Фурсенконың да ҡатнашыуы көтөлә.