10 декабрь, Шәмбе

14 сентябрь 2011 йыл, 12:16

Башҡортостан уҡыусыларына финанс вуздарына имтиханһыҙ уҡырға инеү мөмкинлеге бирелә

автор: Әлфиә Шәрәфетдинова

Илебеҙҙең өлкән класс уҡыусылары финанс баҙары буйынса бөтә Рәсәй олимпиадаһында ҡатнашыуға саҡырыла. Заявкалар ҡабул ителә башлаған һәм 17 октябрҙә тамамланасаҡ. Ҡатнашыу өсөн олимпиада сайтында теркәлеү мотлаҡ. Уның ойоштороусылары булып Рәсәйҙең Финанс баҙарҙары буйынса федераль хеҙмәте һәм Фонд баҙары һәм идараһы институты сығыш яһай.

Ярыш бер нисә этаптан торасаҡ. Тәүге ике туры ситтән тороп ҡатнашыусылар өсөн: бында онлайн режимда тест үтергә һәм һайланған темаға ижади эссе яҙырға кәрәк буласаҡ. Конкурстың өсөнсө этабы – финал. Ул 2012 йылдың мартында Мәскәүҙә үтәсәк һәм тест үтеүҙе, яҙма имтиханды һәм блиц-уйынды үҙ эсенә ала.

Финал һынау һөҙөмтәләре буйынса олимпиада еңеүселәре билдәләнәсәк. Призлы урындар өсәү, әммә уларға эйә булыусылар байтаҡҡа күберәк. Шулай итеп, беренсе дәрәжә дипломдар менән бүләкләнеүселәр иҫәбе финалда ҡатнашыусыларҙың дөйөм иҫәбенән ун процентты тәшкил итеүе ихтимал. Икенсе һәм өсөнсө дәрәжәләге дипломдарҙы дөйөм финалистар иҫәбенең 35 проценты самаһы аласаҡ.

Өлкән класс уҡыусыларына ярышта ҡатнашыуға сәбәп бар. Диплом һәм иҫтәлекле бүләктәрҙән тыш, улар «Белем биреү тураһында»ғы федераль законға ярашлы олимпиада профиленә тап килгән йүнәлештәр буйынса мәғариф учреждениеларына имтихандарһыҙ уҡырға инеү мөмкинлеген аласаҡ.

Быйылғы олимпиада етенсе тапҡыр үткәрелә. Йыл һайын был ярышта бөтә Рәсәйҙән өс меңгә яҡын уҡыусы ҡатнаша.