3 декабрь, Шәмбе

14 сентябрь 2011 йыл, 12:03

Стипендиялар 29 процентҡа артты

автор: Евгений Рәхимҡолов

Күпселек Рәсәй студенттарының стипендиялары быйыл 29 процентҡа артасаҡ. Был хаҡта «Берҙәм Рәсәй»ҙең Башҡортостан төбәк бүлексәһенең сәйәси клубы ултырышында Дәүләт Думаһы депутаты, «Берҙәм Рәсәй» партияһының «Мәғарифты модернизациялау» проекты координаторы Николай Булаев хәбәр итте.

— Беренсенән, стипендия 9 процентҡа индексацияланды, — тип комментарий бирҙе ул. – Икенсенән, стипендия фонды 20 процентҡа арттырылды. Был юғары уҡыу йорттары кәрәк тип тапҡан студенттарға стипендияны үҙҙәре арттыра алһын өсөн эшләнде.

Стипендияларҙы арттырыуға средстволар бүлеү өсөн кәрәкле төҙәтмә ил бюджетына индерелгән дә инде, тип билдәләне Николай Булаев.

— «Берҙәм Рәсәй»ҙең барлыҡ депутаттары ла был төҙәтмә өсөн тауыш бирҙе, — тине ул. – Башҡа фракциялар – яҡлап сыҡманы.

Николай Булаев һүҙҙәре буйынса, илдә стипендия фонды бындай күләмдәрҙә һуңғы 15 йылда арттырылмаған. Улар һуңғы тапҡыр 2008 йылда индексацияланған.

Стипендияларҙы арттырыу яҡынса алты миллион кешегә ҡағыласаҡ – Рәсәйҙең дәүләт һәм муниципаль юғары уҡыу йорттарында нәҡ шул сама студент белем ала. Индексациялауға тиклем студенттарҙың стипендия күләме 1200 һум тәшкил итте.