5 декабрь, Дүшәмбе

14 сентябрь 2011 йыл, 11:59

16 сентябрҙә енәйәт эштәрен тәфтишләү мәсьәләләре буйынса граждандар ҡабул ителәсәк

автор: Евгений Рәхимҡолов

16 сентябрҙә РФ Президентының Башҡортостан Республикаһындағы йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһендә РФ Тәфтиш комитетының БР буйынса Тәфтиш идаралығы компетенцияһында булған енәйәт эштәрен тикшереү мәсьәләләре буйынса граждандар ҡабул ителәсәк.

Ҡабул итеүҙе Рәсәй Федерацияһы Тәфтиш комитетының Башҡортостан Республикаһы буйынса Тәфтиш идаралығы етәксеһе урынбаҫары Алексей Алчинов үткәрә.

Башлана — 10 сәғәттә.

Йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһенең адресы: Өфө, Цюрупа урамы, 100 («Үҙәк баҙар» транспорт туҡталышы). Белешмәләр һәм алдан яҙылыу өсөн телефондар: 251-64-39, 251-77-91.

темалар: анонс