4 декабрь, Йәкшәмбе

14 сентябрь 2011 йыл, 9:10

Рөстәм Хәмитов идара компаниялары эшмәкәрлеген тикшереүгә граждандарҙы йәлеп итеү тәҡдиме менән сығыш яһаны

автор: Сергей Захаров

13 сентябрҙә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов торлаҡ милекселәре ширҡәттәре һәм идара компаниялары эшмәкәрлеген тикшереү буйынса ведомство-ара комиссияһы ултырышын үткәрҙе. Кәңәшмәлә Башҡортостан Хөкүмәте ағзалары, Дәүләт Думаһы депутаттары, республиканың идара компаниялары етәкселәре һәм муниципалитет башлыҡтары ҡатнашты.  

Республика башлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Рөстәм Хәмитов идара компаниялары эшмәкәрлеген тикшереүгә күп фатирлы йорттарҙа йәшәүселәрҙе йәлеп итеү инициативаһы менән сығыш яһаны. Президент был мәсьәләне «Берҙәм Рәсәй» партияһы вәкилдәренә ҡарарға тәҡдим итте.

— Бер нисә ай элек «Берҙәм Рәсәй» партияһы РФ Торлаҡ кодексына бер нисә принципиаль үҙгәреш индереүгә өлгәште. Дәүләт органдарының күп фатирлы йорттарға идара итеүсе компаниялар эшмәкәрлеген контролләү буйынса вәкәләттәре ярайһы ныҡ киңәйтелде. Был өлкәлә бихисап тәртипһеҙлектәр, ҡағиҙә боҙоуҙар, законһыҙ эштәр эшләнеүе тураһында күп һөйләнек. Тарифтар үҫә, хеҙмәтләндереү сифаты яҡшырмай, торлаҡ милекселәренең аҡсалары билдәһеҙ йүнәлештә юҡ була, тип билдәләп китергә мөмкин. Яңы төҙәтмәләр арҡаһында хәҙер был өлкәлә тәртип булдырыу мөмкинлеге барлыҡҡа килде. Һәм тәртип урынлаштыра башланыҡ, урынлаштырабыҙ, тип әйтергә теләйем. Артабан да тәртип булдырыу өсөн ҡаты саралар күрәсәкбеҙ,— тип белдерҙе Рөстәм Хәмитов.

— Граждандарҙан йыйылған тиҫтәләгән миллион һумдарҙы билдәһеҙ рәүештә юҡ иткән Өфөләге «Управдом», Белореттың «Жилкомсервис», «Партнер» кеүек компаниялар, һис шикһеҙ, язаға тарттырылырға, уларҙың эшмәкәрлеге тикшерелергә тейеш. Һәм енәйәт составы раҫланһа, был кешеләр тейешле язаһын аласаҡ. Тикшереүҙәр башланды ла инде. Бөгөн беҙ һеҙҙең менән уларҙың тәүге һөҙөмтәләрен тикшерәсәкбеҙ. Оҙаҡ уйларға ваҡыт юҡ, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды республика Президенты.

Ул, киләһе йылдың 1 мартына тиклем йомғаҡтар яһалырға тейеш, тип билдәләне.

— Әлегә беҙҙең республика был мәсьәләлә Рәсәй Федерацияһында лидер. Беҙ – бындай эште ойошторған бер нисә төбәктәрҙең береһе, хатта, бәлки, әлегә берҙән-бер төбәкбеҙҙер ҙә әле. Беҙ Рәсәй Федерацияһына өлгө күрһәтәбеҙ, башҡалар беҙҙең тәжрибәлә өйрәнәсәк. Был эш һөҙөмтәләре буйынса ниндәйҙер һығымталар, дөйөмләштереүҙәр яһарбыҙ, моғайын. Әммә был һуңғараҡ буласаҡ, — тине республика башлығы. — Бындай сифатлы һәм бер үк ваҡытта ҡаты эш итеү өсөн бөтә рсурстарыбыҙ ҙа бар. Төп эштәрҙе үҙ иңенә аласаҡ Дәүләт торлаҡ инспекцияһы хеҙмәткәрҙәренең иҫәбе ярайһы арттырылды. Һәм, шулай булыуға ҡарамаҫтан, минең принципиаль тәҡдимем бар. Идара компанияларын тикшереүгә граждандарҙың үҙҙәрен дә йәлеп итергә кәрәк, тип иҫәпләйем. Был бик мөһим. Һәм был аңлашыла ла, сөнки идара компанияларының, ширҡәттәрҙең намыҫһыҙ эшмәкәрлегенән тәү сиратта тап граждандар зыян күрә.

— «Берҙәм Рәсәй» вәкилдәренән был мәсьәләне ентекләп өйрәнеүҙәрен һорар инем, — тине Рөстәм Хәмитов. — Партияның урындағы бүлексәләре бар. Минең уйлауымса, улар күп фатирлы йорттарҙа йәшәүселәргә берләшергә, халыҡҡа үҙҙәренең вәкилдәрен тикшереүселәр рәтенә тәҡдим итеүҙә ярҙам итә алыр ине. Беҙ дәүләт-шәхси партнерлыҡ тураһында күп һөйләйбеҙ – был тап ошо, һүҙҙән эшкә күсеүҙе талап иткән осраҡ.

— Партия был мәсьәләне үҙенең контроленә алғас, хәҙер беҙгә граждандар менән дәүләт структураларының хеҙмәттәшлеген нисек ойоштороу хаҡында уйларға кәрәк, — тип мөрәжәғәт итте Президент залда ултырған РФ Дәүләт Думаһының Гражданлыҡ, енәйәт, арбитраж һәм процессуаль ҡануниәт буйынса комитеты рәйесе Павел Крашенинников менән уның урынбаҫары Андрей Назаровҡа.

— Эшебеҙ ғәҙәти «кампанейщинаға» әйләнмәһен ине. Идара компанияларының барыһы ла намыҫһыҙ һәм мутлашыусы түгел. Был компаниялар араһында эшен ғәҙел алып барған, граждандар мәнфәғәтен яҡлаған, файҙалы, яҡшы һәм ҙур эш башҡарған, уларҙың эшенән граждандар ҡәнәғәт булған компаниялар ҙа бар. Бындай компанияларға тикшереүҙән ҡурҡырға кәрәкмәй. Киреһенсә, әгәр беҙ мутлашыусыларҙан ҡотола алһаҡ, намыҫлы һәм һөҙөмтәле уйынсыларҙың перспективаһы яҡшырасаҡ ҡына, тип уйлайым. Һәм бындай компанияларҙың хеҙмәттәренә булған һорау арта барасаҡ, — тип белдерҙе республика башлығы.

— Беҙ был эште берҙән-бер маҡсат менән – ошо үтә ҡатмарлы тармаҡта тәртип булдырыу һәм халҡыбыҙҙың тормош кимәлен күтәреү өсөн үткәрәбеҙ. Өйҙәребеҙҙең ниндәй булыуын, подъездар, ишектәр һәм башҡаһының нисек икәнен барыбыҙ ҙа белә. Был оҙаҡ дауам итә алмай. Был тармаҡта һәм был өлкәлә эҙмә-эҙлекле рәүештә тәртип булдырырға кәрәк. Бының өсөн бөгөн беҙҙең бөтә нәмәбеҙ ҙә етерлек. Беҙҙә власть структуралары ла, контроль-күҙәтеү органдары ла, комиссиялар, ресурстарыбыҙ ҙа бар. Ҡуйылған маҡсатҡа ирешеү өсөн, хәҙер быларҙың барыһын да берҙәм конгломерат итеп тупларға һәм бер нимәгә ҡарамаҫтан тәртип урынлаштырырға кәрәк. Мәсьәлә еңелдән түгел, әлбиттә, ваҡыт талап ителәсәк. Ҡаршылыҡ та көслө, аҡса бәләкәй түгел бит. Был баҙарҙың күп миллиардлы булыуы тураһында һүҙ булғайны инде. 20 мең йортто бер йорттан алынған миллион һумлыҡ табышҡа ҡабатлағыҙ, һәм бер республика буйынса ғына йөҙәрләгән миллиард һум аласаҡһығыҙ. Шуға күрә ошо аҡсалар, ошо ресурстар өсөн бик ҡаты көрәш бара.  Был аңлашыла ла. Ҙур аҡса ағымы булған ерҙә был ағымға яҡынайырға теләгәндәр ҙә күп. Шуға күрә был сылбырҙы өҙөүе лә еңелдән түгел, әммә беҙ быны булдырасаҡбыҙ, — тип ышандырҙы Башҡортостан Президенты.