9 декабрь, Йома

14 сентябрь 2011 йыл, 11:20

Баш ҡалала «Махсус техника» һәм «Юл төҙөлөшө» махсуслаштырылған күргәҙмәләре асылды

автор: Любовь Колоколова

Кисә Өфөлә тәүге көҙгө күргәҙмәләр асылды. Улар – Башҡортостан Респуликаһының Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты патронаты аҫтында үткәрелгән «Махсус техника» һәм «Юл төҙөлөшө» махсуслаштырылған күргәҙмәләре.

Саралар Башҡортостандың Сауҙа-сәнәғәт палатаһы ярҙамында үткәрелә, уларҙы ойоштороусылар – Башҡортостан күргәҙмә компанияһы.

Экспозицияла ҡатнашыусылар араһында – Рәсәйҙең 8 төбәгенән 43 компания. Өфөнән «ТД Подшипникмаш», «Лонмади», «Ферронордик Машины», «Погрузчик-сервис», «УралИмпорт-Сервис» һәм башҡа предприятиелар ҡатнаша.

Техника етештереүселәрҙе һәм һатыусыларҙы, төҙөлөш ойошмалары вәкилдәрен бер майҙансыҡта йыйыу, белгестәрҙе илдең һәм сит илдең иң яҡшы махсус техникалары менән таныштырыу, эшлекле аралашыу, һөҙөмтәле хеҙмәттәшлек һәм тәжрибә уртаҡлашыу өсөн уңайлы шарттар булдырыу әлеге сараларҙың төп маҡсаты булып тора.

Билдәләп үтергә кәрәк, «Махсус техника» һәм «Юл төҙөлөшө» күргәҙмәләре – төбәктә үткәрелгән был йүнәлештәге берҙән-бер махсуслаштырылған күргәҙмәләр.

Программа сиктәрендә күргәҙмәләр асылған көндә «Юл төҙөлөшө проблемалары һәм перспективалары» конференцияһы эшен башланы. Уны ойоштороусылар булып республиканың Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты, Өфө дәүләт нефть техник университеты сығыш яһай.

Башҡортостан күргәҙмә компанияһынан хәбәр итеүҙәренсә, саралар сиктәрендә «Күтәреү ҡоролмаларының хәүефһеҙлеген тәьмин итеү мәсьәләләре» исемле түңәрәк өҫтәл дә ойоштороласаҡ. Уны «Башҡортостан эксперттар ассоциацияһы» үҙен үҙе көйләүсе ойошмаһы ойоштора.

Күргәҙмәләр 16 сентябргә тиклем дауам итәсәк.