8 декабрь, Кесе йома

14 сентябрь 2011 йыл, 10:26

Өфөлә ауыл хужалығы йәрминкәләренең ноябрь аҙағына тиклем оҙайтылыуы ихтимал

автор: Любовь Колоколова

Өфөлә ауыл хужалығы йәрминкәләрен үткәреү мэрияла үткән ҡала хакимиәтенең Ҡулланыу тауарҙары баҙары идаралығының начальник урынбаҫары Зөлфиә Ижбулатова ҡатнашлығындағы сираттағы матбуғат конференцияһы темаһы булды. Быйыл дөйөм ҡала ауыл хужалығы йәрминкәләре 17 сентябрҙән 30 октябргә тиклем Өфөнөң 20 майҙансығында үтәсәк, тип билдәләне ул.

Ауыл хужалығы йәрминкәләре быйыл 27 августа Спорт һарайы алдындағы майҙанда бал һәм һуған йәрминкәһен үткәреүҙән башланды. Дөйөм алғанда йәрминкәгә 10 тонна самаһы бал, 25 тонна һуған, 35 тонна йәшелсә һәм 5 тонна ит килтерелгән ине.

10 һәм 11 сентябрҙә Серго Орджоникидзе исемендәге һарай һәм Йәштәр һарайы алдындағы майҙандарҙа үткән Башҡортостан умартасылыҡ һәм апитерапия буйынса ғилми-тикшеренеү үҙәге  һәм республиканың 38 районынан умартасылар ҡатнашлығындағы бал йәрминкәләрендә йәмғеһе 919 һатыу урыны ойошторолдо. Унда төрлө сорттағы 169 тонна бал килтерелде.

Зөлфиә Ижбулатова хәбәр итеүенсә, алдағы ял көндәрендә Спорт һарайы алдындағы майҙанда – Башпотребсоюз предприятиелары ойошторған, ә 1 октябрҙә республика Мәғариф министрлығы ойошторған йәрминкәләр үтәсәк.

Өфө ҡалаһы ветеринар станцияһының ветеринар врачтары һатылған тауарҙар сифатына контроллек итәсәк.

Муниципаль райондарҙың ауыл хужалығы етештереүселәренән йәрминкәләрҙә ҡатнашыу өсөн заявкалар күп булһа, уларҙың 5 ноябрҙән 27-һенә тиклем оҙайтылыуы ихтимал, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Зөлфиә Әлим ҡыҙы. Яңы йыл алды ит йәрминкәләре гелдәгесә 10-25 декабрҙә үтәсәк.