Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.51

EUR 67.89

23 октябрь, Дүшәмбе

Уфа   °

Өфөлә бер көн эсендә сиркәү төҙөләсәк

Йәмғиәт

Өфөлә яңы сиркәү бер көн эсендә төҙөләсәк. Уны төҙөү 21 сентябрь көнөнә билдәләнгән.

Өфө епархияһының мәғлүмәт-аналитика хеҙмәте хәбәр итеүенсә, сиркәү Православия меценаттары клубының «Бер көн эсендә ете ҡалала ете сиркәү» исемле бөтә Рәсәй проекты сиктәрендә төҙөләсәк. Проекттың төп үҙенсәлеге – ғибәҙәтхана төҙөүҙә нәҡ халыҡтың ҡатнашлығы. Был илебеҙҙең боронғо православия йолаһы, уға ярашлы ауырыуҙарҙан йәки башҡа бәләләрҙән ҡотолоу өсөн, йә булмаһа һуғышта еңеү яулау айҡанлы рәхмәт белдереп, кешеләр ҡыҫҡа сроктарҙа күмәкләшеп сиркәү төҙөгән.

Сиркәү әҙер ағас бурсаларҙан һалынасаҡ. Элегерәк бындай ғибәҙәтханалар Мәскәүҙә, Киевта, Минскиҙа, Кемеровола төҙөлгән. Өфөнән тыш, уларҙы Рәсәйҙең йәнә алты ҡалаһында төҙөү планлаштырыла. Улар – Тверь, Калининград, Сочи, Екатеринбург, Иркутск, Көньяҡ Сахалин.

Теги: дин
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть