Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.93 ↓

EUR 61.81 ↑

29 март, Шаршамбы

Уфа   °

Мәсетле районында милли мәҙәниәттәр фестивале үткәреләсәк

Йәмғиәт

17 сентябрҙән 11 октябргә тиклем Мәсетле районында Башҡортостан Республикаһында Милләт-ара татыулыҡты нығытыу йылына арналған «Дуҫлыҡ бәйләме» милли мәҙәниәттәр фестивале үтәсәк. Уны район хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге һәм райондың ауыл биләмәләре ойоштора.  

— Фестиваль сиктәрендә теләге булғандарҙың барыһы ла Мәсетле районында йәшәгән башҡорт, татар һәм рустарҙың ғөрөф-ғәҙәттәре менән таныша, милли ризыҡтарҙы тәмләй аласаҡ, — тип хәбәр итте «Башинформ» агентлығына Мәсетле районы хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге начальнигы, БР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Хәниф Әхмәтйәнов.

Фестиваль программаһында рус мәҙәниәте байрамын (ул Оло Ыҡтамаҡ ауылында 17 сентябрҙә үтәсәк), татар мәҙәниәте (24 сентябрҙә) һәм башҡорт мәҙәниәте байрамдарын (30 сентябрҙә) үткәреү ҡаралған. Фестиваль Республика көнөндә — 11 октябрҙә үтәсәк Гала-концерт менән тамамланасаҡ. 17 сентябрҙә Балаҡатай, Дыуан райондарының һәм Свердловск өлкәһе Красноуфимск округының Русская Тавра ауылының фольклор коллективтары фестиваль ҡунаҡтары буласаҡ.

Фестиваль сиктәрендәге саралар район мәҙәниәт һарайында һәм район үҙәге — Оло Ыҡтамаҡ ауылының төп майҙанында үтәсәк.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть