Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.88 ↓

EUR 65.95 ↑

28 июнь, Шаршамбы

Уфа   °

Өфө моторҙар эшләү берекмәһе хеҙмәткәрҙәрен ҡала янында яңы торлаҡ көтә

Иҡтисад

Максимовкалағы «Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһе» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең коттедж ҡасабаһында торлаҡтың тәүге сираты йыл аҙағына тиклем сафҡа индереләсәк. Завод халҡын секцияларҙан торған аҙ ҡатлы биш йорттағы 156 фатир көтә, тип хәбәр иттеләр предприятиеның корпоратив коммуникациялар идаралығында.

Әле ике йортта эске һәм тышҡы биҙәү эштәре алып барыла, өсөнсө йорттоң каркасы эшләнгән, йәнә ике бина төҙөлә. Дөйөм торлаҡ майҙаны 9144 квадрат метр тәшкил итәсәк. Фатирҙар, биҙәү эштәре тамамланып, ҡаланың һыу, электр уты, канализация һәм газ селтәрҙәренә тоташтырылғандан һуң файҙаланыуға тапшырыласаҡ.

Планлаштырылыуынса, икенсе торлаҡ кварталы ла ағымдағы йылдың октябрендә төҙөлә башлап, 2012 йылда тамамланырға тейеш.

Аңлатып китәйек, ҡасабанан ҡалаға тиклемге юл биш минут ваҡытты ала. Әлеге ваҡытта был ошондай күләмдәге эконом-класлы берҙән-бер ҡасаба. Төҙөлөш концепцияһы үҫешкән социаль һәм коммерция инфраструктураһын һәм берҙәм архитектура стилен күҙ уңында тота. Буласаҡ фатир хужалары торлаҡ төрөн генә түгел, йорт проектын да һайлай ала.  

Проект ӨМЭПБ хеҙмәткәрҙәрен торлаҡ менән тәьмин итеү буйынса социаль программа сиктәрендә ғәмәлгә ашырыла.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть