10 декабрь, Шәмбе

13 сентябрь 2011 йыл, 16:08

Башҡорт дәүләт университетының сығарылыш студенттарын эшкә урынлаштырыу буйынса үҙәге – илдә иң яҡшы егерме иҫәбендә

автор: Эльмира Сабирова

Башҡорт дәүләт университеты – 2010 йылға уҡыу сығарылыш студенттарҙы эшкә урынлаштырыуға булышлыҡ итеү төбәк үҙәктәре бөтә Рәсәй рейтингыһында иң яҡшы егерме иҫәбендә. Был хаҡта «Башинформ» агентлығына юғары уҡыу йортоноң матбуғат хеҙмәтенән хәбәр иттеләр.

Һөнәри белем биреү учреждениеларын тамамлаусыларҙы эшкә урынлаштырыуға булышлыҡ итеү координация-аналитика үҙәге тарафынан үткәрелгән тикшереү ике этапта ойошторолған.

Беренсе этапта анкета үткәреү һөҙөмтәләре буйынса уҡыу йортон тамамлаусыларҙы эшкә урынлаштырыуға булышлыҡ итеү төбәк һәм юғары уҡыу йорто үҙәктәре эшенең әһәмиәтлелеге баһаланған. Тикшеренеүҙең был этабында Рәсәйҙең 79 субъектынан 750 үҙәк һәм хеҙмәт ҡатнашҡан.

Икенсе этапта үҙәктәр эшмәкәрлеге тураһында мәғлүмәт тупланған. Сығарылыш студенттарҙы эшкә урынлаштырыуға булышлыҡ итеү хеҙмәттәре эше күрһәткестәр комплексы буйынса баһаланған. Мөһим күрһәткестәр араһынан – хеҙмәттәшлек тураһында килешеүҙәргә ҡул ҡуйыу, эш биреүселәрҙе уҡытыу процессында ҡатнашыуға йәлеп итеү, университеттың уҡытыу бүлексәләренә практика һәм стажировка ойоштороуҙа ярҙам итеү, студенттарҙы ваҡытлыса эшкә урынлаштырыу һәм уҡыу йорттарын тамамлаусыларҙы эшкә урынлаштырыуға булышлыҡ итеү.