Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.65

EUR 66.67

25 июнь, Йәкшәмбе

Уфа   °

Башҡортостанға Mitsubishi Heavy Industries компанияһы делегацияһы килә

Иҡтисад

Шаршамбы, 14 сентябрҙә, Өфөгә эш визиты менән Японияның Mitsubishi Heavy Industries компанияһы делегация килә. Делегация составында компанияның Мәскәүҙәге төп вәкиле Бунта Миура әфәнде, Sumitomo Corporation Europe Ltd төркөмө етәксеһе Еши Ишида әфәнде бар. Бынан тыш, Өфөгә «Челябгипромез» асыҡ акционерҙар йәмғиәте вәкилдәре һәм башҡа рәсми кешеләр киләсәк.

Көндөң икенсе яртыһында Башҡортостандың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығында Mitsubishi сүп-сар яғыу заводының презентацияһы үтәсәк. Заводта ҡулланылған технология газлаштырыуға һәм иретеүгә нигеҙләнгән. Әлеге ваҡытта завод Японияла ғына эшләй. Ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын эшкәртеү ҡеүәте көн һайын 240 тоннаға етә. Шул уҡ мәлдә атмосфера һауаһына бик аҙ миҡдарҙа бысраҡ матдәләр сығарып ташлана, тип хәбәр иттеләр министрлыҡтың матбуғат хеҙмәтенән.

Артабан Башҡортостан Хөкүмәте Йортонда вице-премьерҙар Эрнст Исаев, Марат Мөлөков, Әнүәр Мәхмүтов һәм республика Хөкүмәте Аппараты етәксеһе Илшат Тажетдинов менән осрашыу үткәреләсәк.

Япония делегацияһының Башҡортостанға визиты 15 сентябрҙә тамамлана.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть