Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 55.84 ↓

EUR 60.79 ↑

26 апрель, Шаршамбы

Уфа   °

Республиканың 24 районы орлоҡ һалыу эштәрен тамамлаған

Иҡтисад

Бөгөнгө көндә Башҡортостанда 255 мең тонна орлоҡ һаҡлауға һалынған. Республикалағы «Ауыл хужалығын консультациялау үҙәге» дәүләт учреждениеһының 13 сентябргә ҡарата мәғлүмәттәренә ярашлы, был күләм планда ҡаралғандың 88 процентын тәшкил итә. Әле Башҡортостанда был мөһим бурысты атҡарып сыҡҡан 24 район иҫәпләнә. Ике районда — Илештә һәм Стәрлетамаҡта – ҙур запас менән орлоҡ һалынған.

Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, республиканың страховка фондына 28 мең тонна иген һалынған, был 65 процентты тәшкил итә. 20 районда план үтәлгән. Иң күп иген – 1000 тоннанан ашыу – Ауырғазы, Благовар, Бүздәк, Дүртөйлө, Илеш, Стәрлетамаҡ, Туймазы, Федоровка, Саҡмағош һәм Яңауыл райондары хужалыҡтарында һаҡлауға һалынған.

Был эштәр менән бер рәттән төбәктә күсмә фондҡа ла иген һалыу алып барыла. Әле 69 мең тонна орлоҡ, йәғни планлаштырылғандың 80 проценты һаҡлауға һалынған. Республиканың 26 районы 100 процентлыҡ күрһәткескә өлгәшкән.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть