9 декабрь, Йома

13 сентябрь 2011 йыл, 14:04

«Башинформ» Өфөнөң иң популяр сайты тип танылды

автор: Евгений Рәхимҡолов

Өфө халҡы «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы сайтын ҡаланың иң популяр һәм ышаныслы интернет-ресурсы тип иҫәпләй. Социологик һорашыу барышында өфөләр тап уны беренсе урынға ҡуйған. Был хаҡта ҡала башлығында үткән оператив кәңәшмәлә ҡала хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге начальнигы Раил Мөхәмәтов хәбәр итте.

Социологик һорау алыу Рәсәй фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәгенең Социаль-иҡтисади тикшеренеүҙәр институты ҡатнашлығында үткән. Өфөлә һәм Башҡортостанда барған хәл-ваҡиғалар һеҙҙең ҡарашҡа ҡайһы электрон киң мәғлүмәт сараһында тулы һәм дөрөҫ яҡтыртыла, тигән һорауға яуап итеп, өфөләрҙең 29 проценты «Башинформ» агентлығын атаған. 12,8% тауыш йыйған Башҡортостан Республикаһы Президенты Рөстәм Хәмитовтың «Йәнле журнал»дағы блогы икенсе урын алған. Өфө ҡалаһының рәсми сайты өсөнсө урында – уны һорау алыуҙа ҡатнашҡандарҙың 12,3 проценты атаған. 11% һәм 6% тауыш йыйған Башҡортостан Президентының һәм республика Хөкүмәтенең рәсми сайттары дүртенсе һәм бишенсе позицияларҙа урынлашҡан.

Өфө башлығы Павел Качкаев билдәләүенсә, бөгөн баҫма киң мәғлүмәт сараларының популярлығы кәмей – статистика буйынса һәр өсөнсө кеше генә матбуғатты уҡый. Халыҡтың төп өлөшө мәғлүмәтте тап интернет аша ала.  

— Шуға күрә  интернет-ресурстарға иғтибарлы ҡарашта булырға һәм улар менән эшләргә кәрәк, — тине Павел Качкаев. – Тәү сиратта, интернет аша кешеләрҙең ыңғай мәғлүмәт алыуы кәрәк.