5 декабрь, Дүшәмбе

13 сентябрь 2011 йыл, 13:30

Рөстәм Хәмитов Өфө хакимиәтендә Хөкүмәт Президиумының күсмә ултырышын үткәрҙе

автор: Марина Шумилова | фото: Олег Яровиков

12 сентябрҙә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Өфө ҡалаһы ҡала округы хакимиәтендә республика Хөкүмәте Президиумының күсмә ултырышын үткәрҙе. Унда Башҡортостандың баш ҡалаһын комплекслы үҫтереү перспективалары тикшерелде. Республика башлығы ҡалалағы социаль-иҡтисади хәлде тикшерҙе, ҡала властарының айырыуса иғтибарын талап иткән проблемаларға ҡатнашыусыларҙың иғтибарын йүнәлтте.

— Дөйөм алғанда ҡалала хәл бик үк насар түгел, рейтингтар буйынса миллионлы ҡалалар араһында беҙ лайыҡлы урындар биләйбеҙ, — тип билдәләне Рөстәм Хәмитов. – Улар араһында алдынғылар ҙа, проблемалылар ҙа бар.

Ҡала биләмәһендә сәнәғәт продукцияһының дөйөм республика күләменең яртыһын тиерлек етештереүсе ярайһы уҡ ҙур 200 предприятие эшләй, Өфө предприятиеларына Башҡортостандың дөйөм финанс һөҙөмтәһенең 70 проценты тура килә. Өфөлөләр кереме уртаса республикалағына ҡарағанда күпкә артығыраҡ. Һәр унынсы ҡалала йәшәүсе бәләкәй һәм урта бизнес менән мәшғүл (был яҡынса уртаса республикалағына тап килә). Әммә шул уҡ ваҡытта Өфөлә урындағы бюджеттың дөйөм керем күләмендә шәхси керем өлөшө бөгөн 65 процент тәшкил итә, Салауатта, мәҫәлән, был күрһәткес 70 процент тирәһе тәшкил итә. Өфөлә керемде формалаштырыу базаһы Салауат ҡалаһындағына ҡарағанда юғарыраҡ булһа ла. Йәки, әйтәйек, сауҙа, дөйөм туҡланыу, көнкүреш хеҙмәтләндереү объекттары буйынса ерҙең кадастр хаҡы мәсьәләләре, унда хаҡ өс-дүрт тапҡырға, ә сәнәғәт объекттары буйынса – ике тапҡырға тиерлек юғарыраҡ.

— Ҡаланың был йүнәлештә резервтары бар, ә баш ҡаланың бюджет менән тәьмин ителеүенең ағымдағы кимәле етерлек түгел, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды республика башлығы. – 15 миллиард 200 миллион тәшкил иткән Өфөнөң консолидацияланған бюджеты — Өфө кеүек ҡала өсөн әҙ.

Ҡала властарының айырыуса иғтибарын талап иткән көнүҙәк мәсьәләләргә Башҡортостан Президенты эшһеҙлекте лә индерә.

— Эш урындары, хеҙмәт баҙары ҡала өсөн мөһим мәсьәлә булып тора, — тине ул. – Эшһеҙлек кимәле буйынса Өфө – республика муниципаль райондары һәм ҡала округтарының дүртенсе тиҫтәһендә. Быға ҡарамаҫтан Өфөлә теркәлгән эшһеҙлек кимәле уртаса республикалағынан юғарыраҡ – 10 мең тирәһе рәсми рәүештә теркәлгән эшһеҙ, был район үҙәгендә йәшәүсе халыҡ һанына тиң.

Рөстәм Хәмитов төҙөлөш секторы торошона тәнҡитле баһа бирҙе (былтыр Өфөлә 654 мең квадрат метр торлаҡ төҙөлгән, был Екатеринбургтағы, Ҡазандағы, Төмәндәге һәм Ростовтағына ҡарағанда 100-150 меңгә кәмерәк). Әлеге йылдың ете айында 262 мең квадрат метр торлаҡ сафҡа индерелгән, шул уҡ ваҡытта уларҙың яртыһынан күберәге шәхси төҙөлөшкә тура килә. Республика Президенты алданған өлөшсөләр проблемаһын йәнә күтәрҙе, уның киҫкенлеге, Президент фекеренсә, Өфөлә кәмемәй.

— Әле һалым түләүселәрҙән килгән бюджет ресурстарының өс миллиард һумын тиерлек ошо мәсьәләләрҙе хәл итеүгә йүнәлтергә тейешбеҙ, — тип белдерҙе ул. – Ҡала властары ла был мәсьәлә менән шөғөлләнергә тейеш, бындай хәлде киләсәктә булдырмау мөһим.

Балалар баҡсаларында урындар етмәү ҙә киҫкен мәсьәләләр иҫәбендә (бөгөн 15 меңгә яҡын өфөлө сиратта тора). Өфөлөләрҙең мәктәптәр, спорт комлекстары, бассейндар, өҫтәмә белем алыу учреждениелары, ял итеү урындары, балалар спорт майҙансыҡтары менән тәьмин ителеү проблемалары ла киҫкен тора, тип билдәләне республика башлығы.

— Ҙур ҡаланы ысын баш ҡала итеүсе, бында йәшәүсе халыҡ өсөн дә, килгән ҡунаҡтар өсөн дә ҡаланы уңайлы итеүсе башҡа күп нәмәләр етмәй, — тип белдерҙе Рөстәм Хәмитов.

Республика Президенты Өфөләге экологик хәлгә лә айырым туҡтап үтте, ҡала властарын тирә-яҡ мөхитте бысратҡан сәнәғәт предприятиеларына ҡарата ҡаты һәм эҙмә-эҙлекле булырға саҡырҙы.

Ҡала проблемаларын хәл итеүҙең юлдарын үҙгәртергә кәрәк, уның бөгөнгөһөн, киләсәген һандарҙа ғына түгел, кеше яҙмыштарында ла күреү зарур, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды республика башлығы.

— Өфөнөң үҫеш потенциалы ҙур, — тип билдәләне Рөстәм Хәмитов. – Баш ҡалабыҙ идеаль тиерлек географик урынға эйә, транспорт, сеймал, сауҙа юлдары киҫешкән ерҙә урынлашҡан. Өфө — 20 миллиондан ашыу халҡы булған биләмә үҙәгендә. Өфөлөләрҙең һәм барлыҡ республика халҡының йәшәү кимәлен һәм сифатын ярайһы уҡ арттырыу өсөн, был конкурентлы өҫтөнлөктәрҙе тулы кимәлендә файҙаланырға тейешбеҙ.

Ҡалала йәшәүселәрҙең мәҙәнилеген арттырыу ҙа бының бер шарты булып тора, тип иҫәпләй Президент.

— Ҡалала барған хәл-ваҡиғалар өсөн баш ҡалала йәшәүселәр ҙә яуаплы, — тине ул. – Беҙ юғары мәҙәниәтле кешеләр берләшмәһен булдырырға тейешбеҙ. Был – бик ауыр, ҙур эш, әммә был шулай уҡ ҡала властарының да бурысы. Өфөнөң үҫеш динамикаһын тотҡарлаған проблемалар спектрын маҡсатлы рәүештә хәл итеү зарур.